Бөтә яңылыҡтар

Ҡалмырҙа

Яҡташ нәҫелдәштәрем Кинйә Арыҫланов, Советтар Союзы Геройҙары Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндар иҫтәлегенә.

Йыһан иңдәренә һыйынып ҡына

Яманһыулап ойой Ҡалмырҙа.

Бер һирпелеп баға, берсә төңөлә...

Көтөп көтөк булған ауылға

Инер үрҙән

Аша төшкән юлдан Һыбай ирҙәр бүтән ҡайтмаҫмы?

Йомшаҡ микән, ташлы тупраҡ микән

Ул ирҙәрҙең ғәзиз баш аҫты?

Ялан аяҡ малай ҡустылары

Тотоноп йүгергәндә салғыйға.

Эйәренән төшөп абзылары

Инәлгәндәр, ти бит:

"Ҡал, мырҙа!.."

Аһ, Ҡалмырҙа!

Ҡапҡа төптәренә

Сығып баҫып заман-замандар,

Ат кешнәүе, ирҙәр көрһөнөүен

Саң борхоуын һөҙәк убаңдан

Көтә кийәбыҙҙар, урам һайын

Батыр ирҙәр рухы - уй һала.

Ҡаһармандар анау саҡлы булған

Бүтән ауыл юҡ ул донъяла.

Ҡалмырҙала йомран һыҙғырамы.

Ел уйнаймы ҡылған ҡылдарҙа.

Ҡай батырҙар ҡайтып гүргә ингән,

Бәғзеләре ҡайтыр юлдарҙа.

Ҡалмырҙаның был яғында ауыл,

Аръяғында - Ватан, ил-төйәк.

Баһадирҙар сәсеп үҫтерелмәй,

Рух ныҡлығы зарур.

Ғәм - терәк.

Ҡалмырҙала тәсбих тартыр кәрәк,

Кинйәбыҙға килеп етәрәк.

Тамара ҒӘНИЕВА

Читайте нас: