Әнәйем өйгә, себенһеҙ ергә ағайыма һыйыр майына табала ҡурылған картуф индереп бирә. Ә беҙ, тирә-яҡ балалары менән (үҙебеҙ дүртәүбеҙ) йәйге аласыҡта, табаҡ тултырып әрселмәй бешерелгән ваҡ картуф ашайбыҙ. Бер ваҡыт ағай табаһын, мысай, киндер ҡушып бешерелгән өшә (сөсө икмәк) тотоп өйҙән сыҡты ла: “Әнәй, мине туғандарымдан айырып ашатма, мин уларһыҙ ете йыл һуғышта булдым, уларға нәмә ашатһаң, миңә лә шуны ашат”, - тине. Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.