Ғәфиәтулла Арыҫланов башҡорттарҙың данлыҡлы улы. Хәҙерге ваҡытта тыуған Кинйәабыҙ ауылының бер урамы батыр яҡташыбыҙ исемен йөрөтә. Башҡа бер ниндәй ҙә стелла, иҫтәлек таҡталары, бюсттары ла юҡ. Уның тураһында музейҙарҙа стендтар булдырылып, фильмдар төшөрөлөп, китаптар яҙылһа, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү еңеләйер ине, тип уйлайым. 2020 йылдың 20-се сентябрендә Ғәфиәтулла Арыҫланов тыуыуына 105 йыл тула, уға арнап Кинйәабыҙҙа бюст асыу ҙа лайыҡлы булыр. Беҙ – башҡорт халҡы – үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел. Оло шәхестең рухын данлап халыҡ хәтерендә һаҡларға бурыслыбыҙ. Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.