
Һәр йыл һайын ҡоштар менән бергә
Урап килә еңеү байрамы.
Һағыш менән бергә оло шатлыҡ
Алып ҡайтҡан еңеү байрағы.
Еңеү көнө һалдат һәйкәленә
Ап-аҡ башын атай эйгәндә,
Күҙ алдымда, һаман йәшле күҙе,
Малай ғына булдымы икән үҙе?!
17-лә шинель кейгәндә.
Иңдәренә ауыр шинель һалып,
Ғазапланып юлдар үткәндер.
Ауыр итектәрен һала алмай,
Ирендәре сарсап кипкәндер.
Түҙә алмаҫлыҡ әсе аслыҡтарҙа
Тоғролоҡ һәм бурыс йөрөткәнме?
Ауыр ҡорал тоҫҡап атҡан өсөн
Ҡулы һөйәлләнеп бөткәнме?
Тик зарланмай ине беҙҙең атай
Һуғыш иҫтәренә төшһә лә.
“Беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ, - тине,
Ниндәй генә заман килһә лә”.
Ҡыҙыҡ хәлдәр ҡушып һөйләй ине,
Иптәштәрен килде күрәһе.
Һағышланып иҫкә төшөргәндә
Сүгеп китә ине оло кәүҙәһе.
Күрешеүҙәр насип түгел дә бит,
Йән һыҙлауға нисек түҙәһең.
Яуҙаштарын төштәрендә күреп,
Яралары һыҙлай күрәһең.
Улар үткән әсе яҙмыштарҙы
Китаптарҙан уҡып беләбеҙ.
Тыуған илгә тоғро мөхәббәтте
Киноларҙа ғына күрәбеҙ.
Сабый ғына һалдат олатайҙар
Һуғыш яланына кергәндәр.
Ҡанлы әрнеш менән еңеү яулап,
Рәхәт йәшәһендәр, тигәндәр.
Йәшәнеме, әллә йәшәмәне,
Атай, ҡарттар рәхәт ғүмерҙе?
Оло йәшкә еттем, тик шул һорау
Берсә өйкәй инде күңелде!
Ятҡан ерҙәрегеҙ ожмах түре,
Йәндәрегеҙ булһын йәннәттә.
Тыныс йоҡлағыҙ, һеҙ беҙҙең өсөн
Борсолмағыҙ әрнеп, йәлләп тә.
Онотманыҡ, атай, онотмайбыҙ
Һинең, һеҙҙең оло байрамды.
Бөгөн ейәндәрең һеҙҙең менән
Тултырҙылар ауыл, ҡаламды.
Әле сыңлар орден-медалдәрең
Һәм елберҙәр ҡанлы байрағың.
Һеҙҙең ихтирамға беҙ йыйылдыҡ,
Ҡотло булһын, атай, байрамың!
Замира БИКБУЛАТОВА
Күмертау ҡалаһы