Бөтә яңылыҡтар

Тыныс тормош өсөн

Ҡаты алыш ваҡытында батальон командиры үлеп ҡала һәм атайыбыҙ – политрук, һөжүм башларға һалдаттарҙы үҙе яуға күтәрә. Батырлығы өсөн ул Хәрби Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Атайыбыҙ намыҫлы, принципиаль, ҡыйыу кеше булып иҫтә ҡалды. Ул аҡыллы, көслө, бай рухлы ине. Беҙҙе белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан итеп тәрбиәләне. Ғаиләһенә ҡарата йомшаҡ күңелле, яратыусы ир, атай һәм олатай ҙа булды. Уны һәр ваҡыт ихлас һәм наҙлы хистәр менән хәтергә төшөрәбеҙ.

Рәдифә ИШМӨХӘМӘТОВА (ӘҘЕҺӘМОВА)

Әҙеһәмов Зинур Шәһиәхмәт улы тураһында тулы материал гәзитебеҙҙең 29-сы һанында.

Читайте нас