

Минең атайым – Войкин Ғәбиҙулла Ғөбәй улы, 1938-се йылдан СССР-ҙың хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Фин һуғышы яугире. Мәскәү, Вязьма, Смоленск, Волоколамск ҡалаларын обороналауҙа ҡатнаша. Орша ҡалаһын фашистарҙан азат итеү ваҡытында ҡаты яралана һәм госпиталдә уның аяғын ҡырҡалар. 1944 йылда ул демобилизацияланып ҡайта. Атайҙың һөйләүҙәре буйынса, госпиталдә ятҡанда, өйгә тере ҡайтып өйләнеп, үҙ балаһын ҡулға алырға, тигән хыялдар менән йәшәгән. Һәм ниһәйәт уның теләге тормошҡа аша. 1944 йылда өйгә ҡайтҡас, ул әсәйем Хөснөтдинова Гөлъямал Шиһап ҡыҙына өйләнә. Уның хыялы – мин тыуғанмын. Атайым мине бик яратты, яҡланы. Атай тик яҡшылыҡҡа, баҫалҡы һәм ярҙамсыл булырға өйрәтте.
Люциә Войкинаның тулы хатын гәзитебеҙҙең 29-сы һанында уҡығыҙ.