Бөтә яңылыҡтар

Зарланмайым, тик...

Атайҙарыбыҙ һуғыштан иҫән ҡайтһа, беҙ былай хәлдә йөрөмәҫ инек

1954 йылда колхоздың көнбағышын комбайн менән йыйҙылар. Беҙ иптәшем Харисов Тимерғәли менән күнәктәр алып, көнбағыш башын йыйырға барҙыҡ. Йыйып йөрөгәндә ат һыбайлаған бер авзый беҙҙе икебеҙҙе ауыл яғына баҫтырып алып китте, әҙерәк ҡыҙмаса булып алған үҙе һүгенә, аты тапап килә. Иң ҙур юғалтыу – күнәктәрҙе ташлап ҡастыҡ, аяҡтар ҡанап бөтһә лә унда эшебеҙ юҡ, нисек ҡотолорға? Шайтан йылғаһы буйына талдар араһына инеп боҫтоҡ. Атайҙарыбыҙ һуғыштан иҫән ҡайтһа, беҙ былай хәлдә йөрөмәҫ инек, теге авзый ҙа беҙҙе ул тиклем итеп, эт урынына баҫтыра алмаҫ ине.

Ҡорбанғәли Сөләймәновтың тулы хатын гәзиттә уҡығыҙ.

Читайте нас: