
Атай, ирҙәр киткәс яу ҡырына,
Балаларын ҡыҫып ҡосаҡҡа.
Күҙ-йәштәргә быуылдылар ҡарап
Тиҙәк янған һүрән усаҡҡа.
Инәйҙәрем күп михнәттәр менән
Кеше итте бауыр иттәрен.
Балалар ҙа эшсән булып үҫте,
Ҡыҙартманы әсә биттәрен.
Атайҙарҙан килгән һөйөнөс хаттар
Уҡылдылар байрам көнөндә.
Бөтмәҫ өмөт, оло һағыш менән,
Һаҡландылар һандыҡ төбөндә.
Алды-ялды белмәй эштә булды,
Инәйҙәрем – илдең тотҡаһы.
Дошманға атырға булһын мылтыҡ,
Булһын тейеп һалдат бутҡаһы.
Бөтәһе лә артта ҡалды хәҙер,
Һыҙлай әммә йөрәк яраһы.
Ауырыу ергә барҙыр дауалары,
Ҡайғыларға юҡтыр сараһы.
Күп михнәттәр күреп, матур көнгә,
Килеп етте инсаф инәйҙәр.
Илдәр имен, тыныс ҡына булһын,
Улар бары шуны теләйҙәр.
Филсиә СОЛТАНҒУЖИНА
Илкәнәй ауылы
#ЕңеүКөнө#75летиеПобеды