Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер өсөн алыш

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Тыуған еребеҙҙе, киләсәгебеҙҙе яҡлаған һалдаттар алдында баш эйәбеҙ. Улар барыһы ла бөйөк ҡаһарманлыҡ иткән.

Бөйөк Ватан һуғышы, баҫыу эштәренең ҡыҙыу мәле етер алдынан, йәй уртаһында башланып китә. Фронтты һәм халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаһын өсөн механизаторҙарҙы, шул иҫәптән ауыл хужалығында эшләүсе комбайнерҙарҙы, уңыш йыйыу ваҡытына “бронь” менән ҡалдыралар. Баш ҡаланы баҫып инеү маҡсатында, Мәскәү эргәһенә килгән дошман ҡаты алыштар башлағас, илебеҙ ашығыс рәүештә “бронде” ала һәм баш ҡаланы яҡлау өсөн механизаторҙарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырта. Улар иҫәбендә райондаш яҡташтарыбыҙ ҙа: Хәмит Бирҙин, Рамаҙан Юлбарисов, Шәйхетдин Таңатаров, Ғәзиз Кәбир улы Бәширов, Ғәбделәхәт Бәшировтар һәм башҡалар була...

Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе, БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, Йәдкәр БӘШИРОВтың иҫтәлектәрен 37-се һанда уҡый алаһығыҙ.

Читайте нас