

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтселәре!
Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! 9 Май – бер үҙенсәлекле хис-тойғолар менән ҡаршылаған, һәр беребеҙ өсөн изге һәм ҡәҙерле булған байрам ул. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында батырҙарса һуғышҡан яугирҙарҙы, тыл хеҙмәтселәрен, һуғыш йылдарынан һуң илде тергеҙеүселәрҙе – барыһын да хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Киләсәк быуындар бәхете хаҡына башҡарылған героик хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде әйтәм.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-ҡыуаныстар, баш осонда тыныс һәм аяҙ күк теләйем!
З.З. БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты