Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алабыҙ.

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл эшсәндәре!Хөрмәтле күмертауҙар!#75летПобеды

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл эшсәндәре!
Хөрмәтле күмертауҙар!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алабыҙ. Үткән быуаттың бөтә һынауҙарын үтеп, иң ҡаты һуғыштарҙа еңеп сыҡҡан яугирҙарҙың һоҡланғыс батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәй. Халҡыбыҙҙың илһөйәрлеге менән ҡаһарманлығы, хәрби бурысҡа тоғролоҡ билдәһе булып тора. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, киләсәк тыныс тормошто яҡлап көрәшкән һуғышсыларыбыҙ алдында баш эйәбеҙ, уларҙы иҫкә алабыҙ.
Яугирҙарыбыҙ хаҡындағы яҡты хәтирәләрҙе йөрәк түрендә һаҡлау, уларҙың үлемһеҙ батырлығын лайыҡлы баһалау – изге бурысыбыҙ. Киләһе быуындар ҙа был традицияларҙы һаҡлар, тип ышанабыҙ.
Ҡәҙерле ветерандарға, Ватан өсөн яуҙа ятып ҡалғандарға мәңгелек дан!
Барығыҙҙы ла оло байрам менән ҡотлайым! Бәхетле оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә именлеге, йән тыныслығы теләйем.

О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы

#75летПобеды

Читайте нас: