

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, тол ҡатындар, Венгрия ваҡиғаһында, Совет-Япон һуғышында ҡатнашыусылар, яралар, контузиялар алған, имгәнгән хәрби хәрәкәттәр инвалидтары!
Хөрмәтле ватандаштарым!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы — беҙҙең халыҡтың тарихындағы иң сағыу байрам менән күңелемдән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итеп алығыҙ! Рәсәйҙең героик йылъяҙмаһында был байрам айырым урын алып тора. Был байрам һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле һәм яҡын, сөнки ул үҙ эсендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡ күрһәткән ҡаһарманлыҡтың яҡты хәтирәләрен һаҡлай, дан, Тыуған илдең милли ғорурлығы һәм бөйөклөгөнөң өлгөһө булып тора.
Ватаныбыҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн бөтә һынауҙарҙы үтеп, үткән быуаттың иң ҡаты һуғышында еңеү яулаған һалдаттарҙың ҡыйыулығы һәм батырлығы халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Беҙҙең халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығы хәрби бурысҡа тоғролоҡтоң, батырлыҡтың һәм илһөйәрлектең асыҡ өлгөһө ул.
Беҙҙең тыныс киләсәкте үҙҙәренең ғүмерҙәре менән һаҡлап ҡалған хәрбиҙәргә беҙ дан йырлайбыҙ һәм баш эйәбеҙ. Был ваҡиғаларҙы һәр ваҡыт хәтерҙә тотоу, уларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлыҡтарына лайыҡ булыу — беҙҙең изге бурыс.
Ҡәҙерле беҙҙең ветерандар! Хәрби һәм хеҙмәт өлгөгөҙ, Тыуған илгә ҡарата булған һөйөүегеҙ һәм тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерҙәрегеҙҙе аямауығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген һәм йылыһын теләйем. Бөйөк Еңеү байрамы менән, ҡәҙерле яҡташтарым!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы