Утлы ғәрәсәт эсендә тере ҡалып, тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, беҙгә ғүмер биргән һалдат атайҙарыбыҙ алдында рәхмәт менән баш эйәбеҙ!

... Ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы бер Совет ғаиләһен дә урап үтмәне. Кемдер аяуһыҙ һуғыш яланында, кемдер ауыр тылда батырҙарса Еңеүҙе яҡынайтты.#Еңеүгә75йыл

Добавить в предпочтительные источники Google

... Ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы бер Совет ғаиләһен дә урап үтмәне. Кемдер аяуһыҙ һуғыш яланында, кемдер ауыр тылда батырҙарса Еңеүҙе яҡынайтты. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Күмертау яҙыусылар ойошмаһы «Һәр ғаиләнең үҙ геройы» исемле акция ойошторҙо. Урыҫ һәм башҡорт телендә яҙылған шиғырҙар, иҫтәлектәрҙе ойошма ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайҙарына арнаны. Утлы ғәрәсәт эсендә тере ҡалып, тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, беҙгә ғүмер биргән һалдат атайҙарыбыҙ алдында рәхмәт менән баш эйәбеҙ!
Рима Арыҫланова,
Күмертау яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе

Атайыма
Хәлиҙә Алтынбаева


Нисә тапҡыр Еңеү яҙы килә,
Нисәнсе ҡат алһыу таңдар ата.
Нисәнсе йыл яҙҙар менән бергә
Уйҙарымда тағы атай ҡайта.

Һуғыш эҙе – тимер ярсыҡ һалған
Йәрәхәтең һаман күҙ алдымда.
Әле генә кеүек иҫтә ҡалған
Йөрөгәнем тағып миҙалыңды.

Афәттәрҙән иҫән ҡалғанһың да,
Һин барыбер һуғыш ҡорбаны шул:
Иртә киттең... Ике ҡыҙғынаңдың
Үҫкәнен дә көтөп торманың шул.

Йәшәү насип булғанғалыр беҙгә,
Тамуҡтарҙы урап ҡайтҡанһың һин.
Тыныс тормош бүләк иткәс кенә,
Тынсланып үҙең ятҡанһың һин.

Һуғыштан һуң тыуған ике ҡыҙың
Ҡәбереңә килеп баш эйә.
Быуын-быуын тыуыр вариҫтарың
Сал тарихтың хәтер ташын өйә.

ҺАЛДАТ ХАТЫ
Рәмилә Ҡужаҡова


Өсмөйөшлө һалдат хаты,
Кипкән көҙгө япраҡ ише.
Һаҡлаған уны һөйгәне
Унда күпме һөйөү хисе!

Ҡарт һалдаттың устарында
Яуҙа яҙған һуңғы хаты.
Шул хат әрнетеп йөрәген
Үткәндәргә алып ҡайтты...

Күҙ алдында яу яланы:
Ҡан ҡойоуҙар Ватан өсөн.
Дошманына үс һәм нәфрәт,
Йән ҡыйыуҙар ил – ер өсөн...

Ҡарт һалдаттың ирендәре
Тик бер һүҙҙе ҡабатланы:
– Мине бары һөйөү генә,
Үлемдәрҙән араланы...

Еңеү яулап ҡайтҡан һалдат,
Көтөп алған йән һөйгәне.
Һалдат хаты оҙон түгел,
Дәрт өҫтәгән һәр һөйләме:

– Иҫән-һаумын. Бик һағындым.
Мин ҡайтырмын. Һин көт кенә...
Шулай тамам һалдат хаты.
Һуңлап һүнә өмөт кенә...

#Еңеүгә75йыл

Читайте нас