Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы беҙ яҡташтарыбыҙҙың ошо бөйөк көндө яулауға индергән өлөшө хаҡында әлегәсә аҙ билдәле булған һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тупланыҡ.
1. Республика фронтҡа 700 мең яугир оҙатҡан. Уларҙың тик яртыһы ғына ҡайтҡан
1941 йылдың 22 июне кисендә Өфөләге «Ударник» клубы янында митинг үтә, унда 10 меңдән ашыу кеше йыйыла. Башҡортостан Өлкә комитеты секретары Георгий Дорофеев Германияның СССР-ға вәхшиҙәрсә баҫып инеүе хаҡында белдерә. Беренсе көндә үк меңдәрсә ир-егет фронтҡа алыуҙы һорап ғариза яҙа. Кем һуғыша алмай – улар хеҙмәт армияһына яҙыла. Көҙгөһөн күнекмәләр башлана: республика биләмәһендә танк истребителдәрен, автоматсылар, пулеметсылар, минометсылар, кавалеристар, снайперҙар һәм элемтәселәрҙе әҙерләйҙәр. Һуғыш йылдарында Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә, уларҙың яҡынса 300 меңе, йәғни яртыһы тигәндәй һәләк була, ә 50 мең самаһы яугир инвалид булып ҡайта.
2. 200 мең һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградлана
Башҡортостан егеттәре барлыҡ фронттарҙа һуғыша. Уларҙың 200 меңе төрлө батырлыҡтар күрһәтеп, орден һәм миҙалдарға лайыҡ була. Ә инде 278 яугир – Советтар Союзы Геройы, тағы ла 35-е Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Иң билдәлеләр араһында – дошман амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплаған Александр Матросов (Учалы районы), Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин (Миәкә районы) һәм Григорий Овчинников (Бөрө районы), 250 хәрби осош яһаған, юғары наградаға ике тапҡыр лайыҡ булған пилот Муса Гәрәев, иң тәүгеләрҙән булып Рейхстагҡа Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған Ғәзи Заһитов, партизандар хәрәкәтенең «ҡара генералы», Гитлер тарафынан шәхси дошман тип иғлан ителгән Даян Мурзин (Баҡалы районы), билдәле математика уҡытыусыһы, совет армияһының иң мәргән снайперы тип һаналған Әхәт Әхмәтйәнов (Ишембай районы) һәм, әлбиттә, иң ҡаһарман дивизияның командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов (Ҡырмыҫҡалы районы).
3. Башҡортостанға йөҙҙәрсә завод эвакуациялана
Һуғыш йылдарында республикаға бөтә илдән фронт өсөн кәрәкле тауар етештереүсе йөҙҙәрсә сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана. Станоктар менән бергә ҡала һәм райондарға эшсе ғаиләләр ҙә күсеп килә. Барлығы республикабыҙҙа 247 мең кеше төйәк таба. Уларҙың күптәре һуғыштан һуң бында йәшәргә ҡала.
Шулай итеп, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, паровоз ремонтлау заводы, шырпы фабрикаһы, лак-буяуҙар производствоһы эш башлай, тоҙ кислотаһы, сода, хлор, хлобензол һәм башҡа бихисап матдәләр етештерелә. Стәрлетамаҡта – сода, цемент, спирт заводтары, Белоретта – ҡорос сым етештереү, Бәләбәйҙә – шәкәр заводы, Ишембайҙа насостар эшләү яйға һалына.
Һуғыштың тәүге көндәренән фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе хаҡлы ялдағы ололар – хеҙмәт ветерандары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмер балалар алмаштыра. Мәҫәлән, Белорет металлургия комбинатында ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм эшселәр һанының – 60 процентын, ә Миндәк алтын табыу фабрикаһында 80 процент тәшкил итә. Улар шулай уҡ тракторсы, комбайнсы, водитель, колхоз рәйесе, бригадир була. Илгә иген, ит, картуф, башҡа төрлө йәшелсә биргән ауыл халҡының фиҙакәр хеҙмәтенән тыш, армия һәм тыл аслыҡтан үлер ине.
4. Башҡортостанда президенттар һәм супершпиондар әҙерләнә
1941 йылдың көҙөндә Өфөгә Коммунистик интернационалдың Башҡарма комитеты – Коминтерн эвакуациялана. Ул нацизм идеологияһына ҡаршы көрәштә, ә һуңғараҡ Германия һәм уның союзниктары агрессияһына ҡаршы тороуҙы ойоштороуҙа мөһим роль уйнай. Уның менән бергә «идеология эше» өсөн билдәле коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәре килә. Улар араһында итальян коммунисы Пальмиро Тольятти (һуңғараҡ уның исеме менән Һамар өлкәһендәге ҡаланы атайҙар), Болгарияның буласаҡ милли лидеры Георгий Димитров, Чехословакияның буласаҡ президенты Готвальд Клемент һәм башҡалар була. Тәүҙәрәк уларҙың Өфөгә килеүен сер итеп тоталар һәм сит күҙҙәрҙән йәшерергә тырышалар. Әммә «сарафан радиоһы»нан нимәлер йәшереп буламы һуң? Тиҙҙән был хәл сер булыуҙан туҡтай һәм 1942 йылдың 7 мартында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үткән митингыла ҡатнашыусылар алдында Долорес Ибаррури – ул саҡтағы Испания һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттең сағыу эшмәкәре, 1960 йылдан Испанияның Коммунистар партияһы рәйесе сығыш яһай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кушнаренко ауылында разведчиктар әҙерләү мәктәбе эшләй, ул ныҡ сер итеп тотола. Был маҡсатта Топорниндар усадьбаһының бинаһы ҡулланыла, революциянан һуң унда балалар йорто урынлашҡан була.
Кушнаренко диверсия мәктәбенең уҡытыу сифаты тураһында һүҙ алып барғанда шундай фактты килтереү ҙә етә: бында «Штази»ҙың (ГДР-ҙың дәүләт именлеге министрлығы) иң һөҙөмтәле эшләгән разведчигы Маркус Вольф әҙерлек үткән. Һуғыштан һуң ул тыуған иленә намыҫлы хеҙмәт итә: 1958 йылда Вольфты «Штази»ҙың баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ведомствоны донъяның иң көслө разведкаларының береһе итеүгә өлгәшә, үҙен эшенә йәне-тәне менән бирелгән антифашист итеп таныта.
Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында разведчиктар шөғөлләнгән китаптар ҙа һаҡланған. Әлбиттә, уларҙа ысын исемдәр күрһәтелмәгән, бары тик псевдонимдар ғына.
– Йәш испан ғаиләһендә ике йәшлек Хосе исемле малай үҫә. Урындағы ҡыҙҙан уны ҡарап тороуҙы һорайҙар. Был ваҡытта баланың атаһы менән әсәһе күнекмәләрҙә була. Улар ҡайтып киткәндә ошо ҡыҙ иланы, сөнки балаға ныҡ өйрәнгән ине, – тип телевидение алып барыусыһы һәм тарихсы Сергей Брилёв «1943 йыл, инглиз-совет «Оранж» операцияһы: испан һәм башҡорт эҙе» статьяһында урындағы халыҡтың хәтерләүҙәрен килтерә.
5. Өфөләге радио тотош донъяға һөйләй
Илдең бөтә репродукторҙары аша Левитан тауышы менән яңғыраған фронт хәбәрҙәре Өфө янындағы Глумилино ауылындағы телевышка (хәҙер был урында «Планета» сауҙа үҙәге һәм торлаҡ йорттар) аша тапшырыла. Уны төҙөү етди сер итеп тотола. Соҡор ҡаҙып, нигеҙ ҡорған, конструкцияны монтажлаған эшселәр аҙаҡҡаса ниндәй объект төҙөүҙәре хаҡында белмәй. Ирекле рәүештә эшкә ҡушылыусылар ҙа ябай телефон кабеле һуҙыу өсөн траншея ҡаҙабыҙ тип уйлай.
Көн һайын Коминтерн революционерҙары агитация тапшырыуҙары менән радиоэфирға сыға, улар 18 телдә бирелеп, бөтә Европаға, хатта Америкаға барып етә. Радиорубка Өфөнөң үҙәгендә – әлеге ваҡытта Башпочтамт урынлашҡан ерҙә була.