Бөтә яңылыҡтар

ҺЕҘ БИТ ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ

Тал сыбыҡтай ғына ҡыҙҙар,Билен бөктө ялан-ҡырҙа.Атай йөгө – малайҙарҙа,Михнәт һыры – маңлайҙарҙа.Һиҙәм, һаман тынғы бирмәй,Һеҙҙең йөрәк яралары...

ҺЕҘ БИТ ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ
Рәмилә ҠУЖАҠОВА


Бала саҡты белмәнегеҙ,
Йәшлек йәмен күрмәнегеҙ,
Татынығыҙ фәҡирлекте,
Үҙәк өҙгөс етемлекте,
Атай-әсәй – ғәзиздәрем,
Һеҙ бит һуғыш балалары...

Тал сыбыҡтай ғына ҡыҙҙар,
Билен бөктө ялан-ҡырҙа.
Атай йөгө – малайҙарҙа,
Михнәт һыры – маңлайҙарҙа.
Һиҙәм, һаман тынғы бирмәй,
Һеҙҙең йөрәк яралары...

Кисергәнгә ауыр яҙмыш,
Күҙегеҙҙә һары һағыш.
Ауырлыҡҡа бөгөлмәҫкә,
Йәшәүҙәрҙән төңөлмәҫкә,
Атай-әсәй – ғәзиздәрем,
Тапҡанһығыҙ сараларын.

Барыбыҙҙың теләгебеҙ –
Тыныс типһен йөрәгегеҙ.
Һәр атҡан таңға ҡыуанып,
Доғалар менән йыуанып,
Йәшәйһегеҙ, атай-әсәй,
Имен торһон донъялары,
Һеҙ бит һуғыш балалары...

Читайте нас