Бөтә яңылыҡтар

433 кеше

Һуғыш тураһында беҙ бәләкәй саҡтан уҡ уҡыған китаптар, ҡараған кинофильмдар аша, шул уҡ ваҡытта һуғыштан иҫән ҡайтҡан атайҙарыбыҙҙың, фронтовиктарҙың ауыҙынан ишетеп үҫтек.#75летПобеды#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә

Тыуған илебеҙ, ғөмүмән, донъя йәмәғәтселеге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. 9 май – барлыҡ Рәсәй халҡы өсөн милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө генә түгел. Ул беҙҙе атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығына, ныҡлығына, илһөйәрлегенә лайыҡлы булырға саҡыра. Һуғыш тураһында беҙ бәләкәй саҡтан уҡ уҡыған китаптар, ҡараған кинофильмдар аша, шул уҡ ваҡытта һуғыштан иҫән ҡайтҡан атайҙарыбыҙҙың, фронтовиктарҙың ауыҙынан ишетеп үҫтек. Беҙҙең Яҡшымбәт ауыл советы ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 433 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 149-ы яу ҡырында һәләк булған, 49-ы хәбәрһеҙ юғалған.

Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Фотола Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Яҡшымбәт ауыл советы ветерандары. 1980 йыл, Еңеүҙең 35 йыллығы.

#75летПобеды#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә

Читайте нас: