-2 °С
Ҡар
Маһира Хәлилова
Тыуған ил саҡырғас яуға киттең,
Йән киҫәктәреңдән айырылып.
Урал тауҙарына һин ҡараның,
Ауылың, балаларың ҡалдырып.
Әсе һуғыш үтте үҙәгеңә,
Һалҡын елдәр киҫте елегең.
Яуыз дошмандарҙы еңеп ҡайттың
Дан-шөһрәттәр алып һин үҙең.
Сая егетлерең көсө менән
Ҡотон алдың яуыз фашистың.
Ҡаның юҡҡа түгелмәгән, атай,
Еңеүҙә бар һинең өлөшөң.