Минең атайым Хәлилов Насретдин Сәйетмәғрүф улы 1922 йылда Туғай Кинйәһе ауылында тыуған. 1971 йылда һуғыш яраларынан вафат булды. Ул - шағир булған. Ҡулъяҙма китап эшләгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығыны уның бер бәйетен һалам.
Азат ХӘЛИЛОВ
Беҙ барабыҙ көнбайышҡа,
Тыуған илде һаҡларға.
Йыртҡыс немец фашистары,
Ут һалды башыбыҙға.
Бейек тауға менә-менә,
Тала ла аяғыбыҙ.
Туптар шартлап, пуля осһа,
Йәнде ҡулға алабыҙ.
Ер тетерәй, күк күкрәй,
Өҙлөкһөҙ ут шәүләһе.
Ерҙә аунай миллионлаған
Ғәзиз әҙәм кәүҙәһе.
Ҡандар аға ташҡын кеүек,
Ер йөҙөн ҡаплап алып.
Ғәзиз башым юғалырмы,
Ошо уттарға барып?
Күп йөрөнөм фронттарҙа,
Башты Аллам һаҡланы.
Инде Харьков фронтынан,
Йәнем иҫән ҡалырмы?
Тәү киткәндә илдән сығып,
Көнө-төнө һыҡтаным.
Туғандарынан айырылған,
Ҡоштай үҙемде һананым.
Самолеттар өҫтән осһа,
Ҡасып ҡотолоп булмай.
Меҫкен әҙәм балаларын,
Ҡыралар, бит ҡыҙғанмай.
Был һуғыштың ҡатылығы,
Тарих булыр мәңгегә.
Аллаҡайым, насип итһәң,
Илемә әйләнергә.
Яңғыҙ ҡурай моңло була,
Туғандары булмағас.
Көнсығышҡа көн дә ҡарайым,
Һеҙҙе өҙөлөп һағынғас.
Хатығыҙ юҡ, иң беренсе.
Карточкағыҙ - икенсе.
Хәлегеҙҙе белә алмайым,
Ситтә йөрөү бөтһөнсө.
Ҡара урман шырлыҡлы,
Үтеп булмай ҡоралһыҙ.
Алда ниҙәр күрер икән,
Был бәхетһеҙ башыбыҙ.
Биноколь аша ҡарайбыҙ,
Немец оборонаһын,
Ғүмерең бөтһә ни эшләйһең,
Ситтә ятып ҡалаһың.
14 апрель 1943 йыл Воронеж өлкәһе.
* * *
Билдә патрон, ҡулда автомат,
Беҙҙең ҡоралдарыбыҙ.
Был бәйетте яҙа Насрый.
Бер үк ғәйепкә алмағыҙ.
Был бәйетте яҙҙым мин,
Һеҙҙәр уҡыһын өсөн.
Фронттарҙа ниндәй тәьҫир,
Таныш булһындар өсөн.
15 апрель 1943 йыл. Масловка ауылы, Воронеж өлкәһе.
#Еңеүгә75йыл#мәңгеХәтерҙә