
- Һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Һуғыш башланғанда миңә 13 йәш ине. Әнейгә ике бала ҡалдыҡ. Күп булды ауыр саҡтар, рәхәт йәшәмәнек, юҡлыҡ заманы үҙәккә бик үтте. Ҡайҙан, нимәләр алып ашатайым, тип илай ине әней. Яҙ етеүен көтөп ала инек, ҡыш айҙары бик оҙаҡ барған кеүек тойолдо беҙгә. Яҙ көнө ер асыла, ҡар ирей... Һуғыш менән килгән аслыҡтан ҡотолоу өсөн нимәләр генә ашарға тура килмәне беҙгә. Баҫыуҙан туңған, серек бәрәңге ташый торған инек. Унан һуң ҡалған башаҡ баштары эҙләй инек, әней уларҙы ашҡа һалып бешерҙе. Йәй еткәс, аслыҡтан кесерткән, ҡуҙғалаҡ, балтырған ҡотҡарып ҡалды. Алабута орлоғонан бешкән икмәк шул ҡәҙәр әсе була ине, уның тәме ауыҙҙа әле лә һаҡлана кеүек. Ул саҡтағы барлыҡ ваҡиғалар иҫкә төшә лә: «Эй, Аллам, нисек кенә йәшәгәнбеҙ, ҡайҙан сабырлыҡтар алғанбыҙ?» - тип әйтеп ҡуям. Астан үлмәҫ өсөн мин колхозға төрлө эштәргә йөрөй башланым. Йәшелсә баҡсаһында сүп утау, өлкәндәр менән ашлыҡҡа барыуҙар — береһе лә ҡалманы. Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа бик ауыр булды...
Айгөл ҒӘЛИЕВА, Яңы Мораптал ауылы.
92 йәшлек Сания Ғиниәт ҡыҙы Ғәлиева тураһындағы материалды 37-се һанда уҡығыҙ.
#75летПобеды#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә