Уҡыусылары онотмай уны

Уҡытыусыларына рәхмәтле уҡыусылары һаман да онотмай атайымды. Уны ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

...Уҡытыусыларына рәхмәтле уҡыусылары һаман да онотмай атайымды. Уны ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар. Үҙ фәнен яратып, эшен намыҫ менән башҡарған ул. Уҡыусылары биология һәм химия фәндәре буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәндәр. Ике тапҡыр уларға атайым етәкселегендә Мәскәүгә барып ҡайтыу бәхете тейә. Баш ҡалала уҙғарылған Халыҡ хужалығы ҡаҙанышы күргәҙмәһендә ҡатнашалар. «Исмәғил Заһиҙулла улы беҙгә тормош ҡанундарының серҙәрен асып, төрлө ғәжәп хәлдәрҙе, кеше яҙмыштары тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны», - тип хәтерләйҙәр уның хаҡта уҡыусылары.

Ғәлиә Исмәғил ҡыҙы
ӘҘЕҺӘМОВА,
Күмертау ҡалаһы

Исмәғил Заһиҙулла улы Юлаев тураһында тулы материалды 39-сы һанда уҡығыҙ.

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас