Ауылдары күптән онотолған, исемдәре халыҡ хәтерендә

Батырҙарын иҫләйҙер әле Ялсыҡай тирәктәре.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Көйөргәҙе районында элек ике Ялсыҡай ауылы бар ине. Бөгөн шуларҙың береһе генә ҡалды - Таймаҫ эргәһендәге Ялсыҡай. Ә бына Ҡаҙлайыр йылғаһы буйында ултырған Ялсыҡай ауылы уҙған быуаттың етмешенсе йылдары уртаһында йәшәүҙән туҡтаны. Теүәлерәк итеп әйткәндә, 1975 йылдың йәйендә Ҡәҙерғолов Фәрит абзый Ялсыҡайҙан үҙенең әсәһен күрше Яҙлау ауылына күсерә. “Үҙемдең ауылымда үләм, бер ҡайҙа ла күсермәгеҙ,” – тип, һуңғы сиккә тиклем түҙгән Ғәффә инәй, илай-илай ҡуҙғала тыуған Ялсыҡайынан.
Ошо 40 өйлө генә Ҡаҙлайыр Ялсыҡайынан Ватанды һаҡларға 48 кеше һуғышҡа киткән. Шуларҙың 30-ы илебеҙ азатлығы өсөн баштарын һалған.
Ғүмер буйы Темәс ауылында йәшәп, күптән түгел гүр эйәһе булған Рәүилә апайым Ҡәҙерғолова төҙөгән исемлек буйынса, түбәндәгеләр Ялсыҡайҙан фронтҡа киткән:
1. Ишкинин Ғәбдрәү;
2. Ҡәҙерғолов Миңлебай Камалетдин улы;
3. Бикбаев Ильяс;
4. Рахманғолов Миңлеғәли Абдулхаҡ улы;
5. Рахманғолов Хәмит Абдулхаҡ улы;
6. Рахманғолов Мәзит Абдулхаҡ улы;
7. Фәйзуллин Ишморат Ҡыябуҙ улы;
8. Бикбаев Миңлейәр;
9. Сарбаев Ғәлийән;
10. Рахманғолов Ишбулды Хөсәйен улы;
11. Хәсәнов Биктимер Ахун улы;
12. Мәсәғүтов Йәмил Ғибәт улы;
13. Мәсәғүтов Илбәк Ғибәт улы;
14. Мәсәғүтов Илгиз Ғибәт улы;
15. Заһитов Әбделғәлим Ямалетдин улы;
16. Ҡәҙерғәлин Хәсән;
17. Байымов Ниғмәт Дауыт улы;
18. Байымов Һибәтулла Дауыт улы;
19. Алтынғужин Ғәлийән Ҡәҙерғәли улы;
20. Хәбибуллин Зиннәтулла;
21. Хәбибуллин Рауил Зиннәтулла улы;
22. Мәзитов Сәфиулла;
23. Ҡәҙерғәлин Шәһит Морат улы;
24. Рәшитов Олоҡман Ғәбделхаҡ улы;
25. Битәт Ғәни улы;
26. Әнүәр Ғәни улы;
27. Сирғәли;
28. Шишҡәли Ҡаҙбаш улы;
29. Баязит;
30. Мәүлем.
Былар барыһы ла тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған яугирҙар. Исемлектәге һуңғы алты кеше ҡаҙаҡ милләтенән. Ололар хәтерләүенсә, һуғышҡа тиклем Ялсыҡайҙа бер нисә ҡаҙаҡ ғаиләһе лә йәшәгән. Һуғыштан һуң, Ҡаҙағстан хөкүмәте саҡырыуы буйынса, улар үҙҙәренең тарихи тыуған илдәренә күсенеп ҡайтып киткәндәр.
Һуғыштан иҫән ҡайтҡан ялсыҡайҙар исемлеге:
1. Рәшитов Ҡаһарман Әбделхаҡ улы;
2. Заһитов Бәрзәү Ямалетдин улы;
3. Рахманғолов Рәшит Әбдрәшит улы;
4. Рахманғолов Мөхәррәм Әбдрәшит улы;
5. Рахманғолов Шәкүр Әбдрәшит улы;
6. Дауытов Шәкүр Әхмәтшәриф улы;
7. Дауытов Зәки Әхмәтшәриф улы;
8. Байымов Дауыт;
9. Байымов Зәки Дауыт улы;
10. Чурбаев Миҙхәт Мәһәҙи улы;
11. Чурбаев Әүхәт Мәһәҙи улы;
12. Мөхәмәтшин Әбделғәзиз;
13. Бикбаев Заһрый;
14. Ҡәҙерғолов Карам Камалетдин улы;
15. Рахманғолов Ғәлиәхмәт;
16. Йәнғолов Мөхәммәтйән Мәү- летйән улы;
17. Дауытов Мырҙағәли;
18. Дауытов Йәүҙәт Хәләф улы.
Илебеҙ йәмәғәтселеге, бөтә донъяның алдынғы ҡарашлы кешеләре Бөйөк Еңеүҙең оло юбилейын – 75 йыллығын билдәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ошо исемлеккә ингән кешеләрҙең береһе лә юҡ инде. Мәгәр уларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән беҙҙең йөрәктәргә, күңелдәргә мәңгелеккә уйылып яҙылған.
Ер шарын фашист ҡоллоғонан йолоп алып ҡалған батырҙарға мәңгелек дан!

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

P.S. Был исемлектең тулы булмауы ла ихтимал - әҙәм балаһына яңылышыу, онотоу тигән сифаттар ҙа хас. Шуға күрә лә, әгәр кемдәрҙелер хәтерегеҙгә төшөрәһегеҙ икән, яҙығыҙ. Сөнки бер кем дә, бер нәмә лә онотолорға тейеш түгел.

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас