Все новости

Еңеү балҡый

75 йыл элек, йәмле яҙғы көндәЕңеү балҡый гүйә ҡояштай.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Йәмле йәйҙең иртә таңында
Тетрәндергес хәбәр тарала.
Яуыз дошман һуғыш асҡан,
Ҡара болот ергә тарала.

Ир-егеттәр яуға күтәрелә,
Һаҡлап беҙҙең ғәзиз Ватанды.
Аямайса улар үҙ йәндәрен,
Ҡыйраталар Гитлер дошманды.

Күпме күҙ йәше аҡҡан,
Аслыҡ-яланғаслыҡ ялмап алған.
Тол ҡалған күпме әсәләр,
Етем ҡалған күпме сабыйҙар.

75 йыл элек, йәмле яҙғы көндә
Еңеү балҡый гүйә ҡояштай.
Күпме көттө уны ғәзиз Ватан,
Һалдаттарға мәңгелек дан!

Яугир һалдаттарҙың яҡты рухын
Онотмайыҡ әле һис ҡасан.
Улар йәнен-тәнен аямайса,
Бөйөк Еңеүгә бит юл асҡан.

Фәүриә Йосопова
Үрге Бабалар ауылы

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас: