Эйе, бөгөн байрам, Бөйөк Еңеү көнө,
Байрам итә ауыл, ҡалалар.
Ул байрамдың хаҡын, әрнештәрен,
Белһен ине беҙҙең балалар.
Сәстәре аҡ ҡырау әсә тора,
Һағыштарым, ти, улдарым.
Мәжит, Заһит, Зәйнулламдың
Өҙөлөп ҡалған ғүмер юлдары.
Атай менән бергә Мәжит китте,
Бер генә хат килде дәһшәттән.
Атаһынан бер хәбәр килмәне,
Өс хәбәре килде Заһиттан.
Зәйнулламды өмөтләнеп көттөм,
Хоҙай, бәлки, уны һаҡлар, тип.
Дүртеһе лә ятып ҡалмаҫ инде,
Бер бөртөгө бәлки, ҡайтыр, тип.
Яңғыҙ ҡалдым — Еңеү көнө килде,
Мин торамын яңғыҙ, ҡыу ағас.
Ғүмер буйы көтәм дүртеһен дә,
Ғүмер һөрәм сара булмағас.
Йөрөп ҡайттым һуғыш эҙҙәренән,
Үкһей, янып әрней йөрәгем.
Ҡайһы ерҙә ҡалған балаларым,
Ҡәбер тупраҡтарын эҙләнем.
Гүр тупрағы һыуындыра, тиҙәр,
Табалманым ятҡан ерҙәрен.
Тупраҡтарын йөрәгемә баҫһам
Был донъянан еңел үтәрмен.
Гөлсөм СӘЛИХОВА
Аҡһары ауылы