23 июндә Динисламды тракторы менән бергә һуғышҡа оҙатырға бөтә ауыл халҡы сыҡҡан ине. Ирҙәр килеп хушлаштылар, һуғышта иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйҙәр. Абдуллин Динислам бөтә йыйылған ауылдаштарына рәхмәт әйтеп, колхоз тракторын ҡәҙерләп эшләтергә вәғәҙә биреп, юлға ҡуҙғалды. Ауылдың осонан сығып киткәндә тракторсы Динислам был юлдың ғүмерҙәрендә иң оҙоно, йылдарҙың иң дәһшәтле икәнен белмәй ине. Динисламға тракторына ауыр орудие тағып, 5 ай эсендә күп юлдар үтергә, һуғыш һыҙыҡтарында күп ут нөктәләре алмаштырырға тура килә.
Тулы материал гәзиттең 40-сы һанында.