Все новости

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Беҙ бөгөн тыныслыҡта, етешлектә, яҡшы йәшәһен тип баштарын һала, уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Алыҫ та, яҡын да 1985 йылда уҡ, Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған ауылдарҙағы һуғыш ветерандары хаҡында ҡала-район гәзите биттәрендә айырым яугирҙар тураһында: Исхаҡов Садиҡтың, Кинйәғолов Аминдың, Рахманғолов Миңлебайҙың һуғыш хәтирәләре баҫылып сыҡҡан ине. Ә бына яу яланында ятып ҡалғандар тураһында яҙмам туҡталып ҡалды, шуны дауам итәм. Ошо советҡа ҡараған Яҡшымбәт, Яңы-Ауыл, (Бәләкәй Яҡшымбәт) Ҡотлоюл, Үрге Бабалар, Урта Бабалар, Түбәнге Бабалар, Көйөргәҙе, Табылды, Разномойка, Яҙлау, Айырғол, «Зеленый дол» ауылдарынан һуғышҡа 433 кеше китә, шуларҙың 149-ҙы яу ҡырында ятып ҡала, 49 кеше билдәһеҙ юғала. Еңеүҙең 40 йыллығын байрам иткән тантаналы көндәрҙә, иҫән-аман орден-миҙалдарын тағып, сараға килгән ветерандар һаны 87 кеше ине, бөгөн ҡыҙғанысҡа – береһе лә юҡ! Республикабыҙҙа, ҡала-райондарыбыҙҙа тыуып-үҫеп, һуғыш яландарында батырлыҡтар күрһәтеп, герой булып ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ хаҡында күп яҙабыҙ, һөйләйбеҙ. Мин шул дәһшәтле һуғышҡа бер ғаиләнән аталы-уллы йә бер туғандар, ике туғандар тураһында бәйән итмәксемен.
Тыуған илебеҙ өсөн ғәзиз йәндәрен ҡыйып, вафат булып ҡалған 149 кеше араһында иң күбе: Абдуллиндар - 10 яугир, Сынбулатовтар - 10, Бикмаевтар - 10, Әхмәтовтар - 8, Аҡһаровтар - 7, Биккузиндар - 6, Вәлитовтар - 6, Сәлтәшевтар - 5, Ибраһимовтар - 5, Исхаҡовтар - 5, Аҙнабаевтар - 4, Боҫҡановтар - 4, Саттаровтар - 4, Хәлитовтар - 3, Яманһаровтар - 3, Аблаевтар - 3, Хамматовтар - 3, Авдеевтар - 2, Әлимбәковтар - 2, Астафьевтар - 2, Ғәлиәскәровтар - 2, Исламғоловтар - 2, Кейекбаевтар - 2, Кинйәғоловтар - 2, Мөхәмәтйәновтар - 2, Ковалевтар - 2, Кочетовтар - 2, Летягиндар - 2, Свиреденко - 2, Собханғоловтар - 2, Сәлиховтар - 2, Йосоповтар - 2, Рахманғоловтар - 2 кеше. Ошо 149 яугир араһында 61 бер туған һәм аталы-уллылар...

Рифат ВӘХИТОВ
Күмертау ҡалаһы

Фотола: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Яҡшымбәт ауыл советы ветерандары, 1988 йыл.

Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 41-се һанында уҡығыҙ.

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас: