Все новости

75 йыл һуғыш бөткәнгә!

Яуҙа ҡалған ағайҙарҙыБер кем дә аныҡ белмәй,Етмеш биш йыл үтһә ләЙәнгә тынғылыҡ бирмәй.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Ағайҙарым ҡалды яуҙа,
Күптәре юғалды хәбәрһеҙ.
Иҫкә алыр өсөн йыйылдыҡ
Тик ниңәлер бигерәк күңелһеҙ.

Етмеш биш йыл үткән
Ҡанлы һуғыш бөткәнгә,
Йөрәктәрҙе телеп үтә,
Сер түгел был кемгә лә.

Ҡайындар ҙа башын эйеп,
Тын ҡалғандар бер аҙға.
Аҡҡан һыуҙар туҡтай кеүек
Һағыштарҙы һалып моңдарға.

Урман-тауҙар хәбәр бирмәй,
Йәшерәләр беҙҙән серҙәрен.
Әкрен генә шыбырҙашып,
Һөйләшәләр ахыры хәлдәрен.

Яуҙа ҡалған ағайҙарҙы
Бер кем дә аныҡ белмәй,
Етмеш биш йыл үтһә лә
Йәнгә тынғылыҡ бирмәй.

Биш ағайым ятып ҡалды,
Мөмкинме һуң оноторға.
Доғаларҙан ташламайым,
Шиғырым да шул хаҡта.

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА,
Айсыуаҡ ауылы

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас: