-3 °С
Снег
Олатайым – Ураҙбаев Ғариф Ғөбәй улы – һуғыштың ҡәһәрле көндәре аша үткән кеше ине. Ул 1921 йылдың 12 авгусында Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында тыуа. 1939 йылда Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағас, уға бер йыл ғына уҡытырға тура килә. 1940 йылдың октябрь айында уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Сәләмәтлеге яҡшы, заманына күрә белемле егет путевка буйынса авиация училищеһына уҡырға ебәрелә. Бары 6 ай ғына уҡый олатайым. Немец фашистары илебеҙгә бәреп ингәс, ул үҙе теләп һуғышҡа китергә ғариза яҙа. Уның һымаҡ 35 курсанттан тиҙ арала имтихан алалар ҙа, сержант званиеһында фронтҡа оҙаталар...
Азалия РӘХМӘТУЛЛИНА
Күмертау ҡалаһы
Тулы материалды гәзиттең 41-се һанында уҡығыҙ.