Все новости

Ике ҡулһыҙ килеш

Тыныс матур тормош көтөп, йәшәп ятҡанда, ҡәһәрле һуғыш сыға...#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Тыныс матур тормош көтөп, йәшәп ятҡанда, ҡәһәрле һуғыш сыға. Уның тәүге көндәренән үк Шакир менән шағир Сабир Кинйәкәй бабайҙарымды һуғышҡа оҙаталар. Закир олатайым ул ваҡытта ауылда тракторсылар бригадаһы механигы булып эшләй. Ғаиләнән ике кешене һуғышҡа алғас, уға “бронь” бирәләр. Ләкин ата-әсәһен, ҡатынын, ике улын ҡалдырып, олатайым үҙ теләге менән яуға китә. Тейешле урынға барып еткәс, 468-се полктың 69-сы артиллерия бригадаһына эләгә. Шунан уларҙы Курск-Орлов йүнәлешенә ебәрәләр. Маршал Рокоссовский командаһында була. Украинала һалдаттарҙы төркөмдәргә бүләләр. 1944 йылда, Днепр йылғаһын кисеп, Белоруссияны үтеп, Бобровский ерҙәрендә ҡаты һуғыш барған саҡта олатай ныҡ яралана. Госпиталдә ярты йыл дауаланғандан һуң, ике ҡулһыҙ килеш, түше тулы орден-миҙалдар менән тыуған ауылына ҡайтып инә. Өйҙә уны һөйөклө ҡатыны һәм балалары тилмереп көтөп ала. Ә Шакир һәм Сабир бабайҙарымдың яуҙа һәләк булыуҙары тураһында ҡара ҡағыҙҙар килә.Олатайым бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәне. Шаян һүҙле булды, йырларға ярата ине. Өләсәйемә бағышлап йырҙар сығара торғайны:
Тал сыбыҡтан оя үрәм
Ҡара ҡаҙҙарым өсөн,
Рәхмәт инде, Шәрифъямал,
Мине ҡараған өсөн...

Закир Мөъмин улы Кинйәкәев тураһында тулы хатты 41-се һанда уҡығыҙ.

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас: