Хөрмәтле редакция, мин дә һеҙгә үҙемдең ҡарт олатайҙарымдың күрһәткән батырлыҡтары тураһында яҙырға булдым. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Минең ҡарт олатайым Хәмитов Рәжәп Атаулла улы 1924 йылдың 11 ноябрендә Көйөргәҙе районы Аҡһары ауылында донъяға килгән.
1942-се йылдың 1 августында ҡарт олатайым райондың хәрби комиссариаты менән һуғышҡа саҡыртыла. Ул зенит-пулемет ротаһында ефрейтор дәрәжәһе, ДШК пулеметын төҙәүсе булып хеҙмәт итә. 1942-се йылдың декабренән 1943-сө йылдың февраль айына тиклем Брянск ҡала эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, яралана. 1943-сө йыл июль айынан 1944 йылдың ноябренә хәтлем Икенсе һәм Өсөнсө Украина фронттарында була. Алыштар ваҡытында ҡурҡыу белмәҫ, үҙен тәжрибәле тоҫҡаусы икәнен белдертә. Дошман авиацияһы һөжүм иткән ваҡытта ҡыйыулыҡ күрһәтеп, уларға ҡаршы ут аса...
Тулы хатты "Юшатыр"ҙың 45-се һанында уҡығыҙ.