Все новости

Әсе бала сағым

Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш йылдары,Күҙ алдымда бала саҡтарым.Ас-яланғас, һалҡын өйҙәрем,Төпкә батҡан әсәм күҙҙәре.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш йылдары,
Күҙ алдымда бала саҡтарым.
Ас-яланғас, һалҡын өйҙәрем,
Төпкә батҡан әсәм күҙҙәре.

Башым эйеп ҡаһарман әсәгә,
Һәйкәл ҡуйыр инем ауылға.
Һыу һөлөгө кеүек һылыу ҡыҙға
Баһадир ҙа ҡыйыу егеткә.

Эргәһенә, бер аҙ алыҫлыҡта,
Ҡуйыр инем оҙон ултырғыс.
Ошо ҡыҙҙы һырма кейгән итеп,
Ҡуйыр инем шунда ултыртып.

Күҙҙәре эскә батҡан,
ҡул арбаһы тотҡан,
Баҫып торһон йонсоу еңгәйҙәр.
Ямаулы күлдәктәрҙә ағинәйҙәр,
Һуғыш, һуғыш ҡәһәр тиерҙәр.

Бер аҙ алыҫлыҡта һыйыр еккән,
Әсәйем ер һөрә серәнеп.
Һыңар аяҡ ағай ҡан, йәш ҡоя,
Ҡултыҡ таяғына терәлеп.

Ағастарҙы һөйәп, һалам ябып,
Ҡыуыш ҡуйыр ине ситтәрәк.
Ә эсендә сепрәккә төрөлгән,
Бала менән торһон сәңгелдәк.

Билдәре бөгөлөп төшкән
аҡһаҡалдар,
Мисәүләшеп тырма тарталар.
Ябыҡ кәүҙәләре елдә сайҡалышып,
Еңгәйҙәрем ашлыҡ сәсәләр.

Иң хозур урында ошо һәйкәл,
Торһон ине иҫкә төшөрөп.
Һуғыш һуғыш, ҡыйрау, һағыш
Онотмаһын ине кешеләр.

Гөлсөм СӘЛИХОВА
Аҡһары ауылы

#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә#75летПобеды

Читайте нас: