-6 °С
Облачно
Күрмәһәм дә, белмәһәм дә,
"Ҡартәтей",- тип үҫмәһәм дә.
Һин яҡынһың күңелемә
Берҙән - берем, ҡартәтейем!
Фотоһүрәт аша ғына
Моңһоуланып баға күҙең.
Балаларға, ейәндәргә
Ҡалған әйтелмәйсә һүҙең...
Йөҙҙәреңә ҡарап ҡына
Оҡшатамын Әнейемә.
Ҡайҙа ғына күмелдең һуң,
Барыр инек ҡәбереңә...
Нисә йылдар көттө Әсәм,
"Ҡайтыр әле, ҡайтыр", - тиеп.
Иҫ китерлек сабыр булды,
Йәшәгәндер нисек түҙеп...
Аяҙ яҡты көнөм өсөн,
Ҡартәтейем, рәхмәт һиңә.
Еңеү яҙын, Еңеү таңын,
Килтереүсе һин был ергә.
Руша СОЛТАНҒОЛОВА
Күмертау ҡалаһы