Рәхмәтуллина Сәмиғә Ғилман ҡыҙы 1926 йылдың 1 июлендә Абдул ауылында тыуған. Сәмиғә апай атаһын һуғышҡа оҙатҡандарын илай-илай иҫкә төшөрә. Атаһы Ғилман Ҡаһарман улы һәм бер туған ҡустыһы Сөнәғәт яу яланында ятып ҡалалар. Ир-аттар һуғышҡа киткәс, бөтә ҡыр эштәре ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иңенә төшә. «Тәпке күтәреп утауға йөрөнөк, ҡул менән ураҡ урҙыҡ, “сеялка” әйләндерҙек. Бесән сабып, йыйҙыҡ. Быҙауҙар ҡарағанда, уларҙы ашатыу өсөн әҙерләнгән бесән бөткәс, боҙло һыуҙы кисеп, йылға аръяғындағы бесәнде ташып ашаттыҡ», - тип хәтерләй ул.
Сәмиғә Ғилман ҡыҙы тыумыштан ишетмәй, ул өсөнсө төркөм инвалиды. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы уҡытыусы булғас, һуғышҡа тиклем башланғыс класс белемен ала ҡыҙыҡай. Ул уҡып-яҙырға өйрәнә. Үҙ ғаиләһе булмаған апай, һуғыш ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған, колхоз-совхоз эштәрен башҡара. Күп йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Уның тырышып эшләгәнен билдәләп, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләйҙәр. Тыл хеҙмәткәре бөгөнгө көндә апаһы Лена Ғилман ҡыҙы һәм еҙнәһе Нуриман Миңлеғәле улы ғаиләһе менән бергә тора. Һуғыш йылдары ауырлығын күргән Сәмиғә апай Еңеүҙең 75 йыллығын ҡыуанып ҡаршыланы.
Зөлфирә УСМАНОВА
Абдул ауылы