-6 °С
Облачно
Һуҡмаҡ буйлап атлап килә
Таяҡ таянған бабай.
Үҙ-үҙенә зарын һөйләй,
Һуғышта булған, буғай.
«Яуыз дошмандың эше,
Мин, - ти, - теп-теүәл тыуҙым,
Һәр эштә булдым алдынғы,
Иген сәстем, иген урҙым.
Илем өсөн киттем яуға,
Һаҡланым мин илемде.
Снаряд ярсығы тейеп
Имгәттем мин билемде.
Бер ярсығы тейҙе аяғыма,
Ярып үтте һөйәген.
Ҡырҡырға мәжбүр булдылар,
Нисек итеп кенә түҙгәнмен?
Аяҡ яраларына түҙеп була,
Йөрәк яралары төҙәлмәй, -
Моңһоуланып ҡарап торҙо,
-Тик аяҡ бит яңынан үҫмәй».
Бик күптәр юғалтты күҙен,
Күбеһе ҡайтты ҡулһыҙ.
Күп ир-егетте зәғифләне
“Фашист” тигән шул яуыз.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы