Все новости

Шакир ағайым

...Ағайымдың балалығы тамамлана, ҡулына ҡорал тотоп, фашистарға ҡаршы һуғыша башлай...

Шакир Мөъмин улы Кинйәкәев 1924 йылдың 12 мартында, Түбәнге Мотал ауылында олатайым менән өләсәйемдең иң төпсөк балалары булып донъяға килгән. Бала саҡтан уҡ бик шуҡ, шаян малай булып үҫә. Ул ваҡыттағы төрлө уйындар уйнап, ҡармаҡ һалып, һыу кереп, теремек ауыл малайы булып буй етә.
Бәләкәйҙән веялка, молотилка кеүек техник әйберҙәр менән ҡыҙыҡһына. Үҫеп, егет булып еткәс, Мораҡҡа ФЗО-ға уҡырға керә. Уны тамамлап техника белгесе булып ҡайтҡас, колхозда тракторҙа эшләгән. Уның менән эшләгән Әхмәтғариф бабай һөйләүенсә: «Шакир бик көслө була торғайны, тракторҙы ҡыҙҙырғанда (тыштан тороп ҡыҙҙырғандар), тракторҙың ал яғы күтәрелеп китә торғайны», - тип иҫләй ине. Шунан инде 1942 йыл армия йәшенә етә, 18-е тула һәм шунда уҡ һуғышҡа эләгә. Был декабрь айы була. Шулай итеп ағайымдың балалығы тамамлана, ҡулына ҡорал тотоп, фашистарға ҡаршы һуғыша башлай...

Наилә ЙОСОПОВА,
Өфө ҡалаһы

Тулы материал "Юшатыр"ҙың 51-се һанында.

Читайте нас: