Все новости

Атайым иҫемдә

Тәҙрә янында баҫып, Тәрән уйҙарға батам. 75 йыл үткән һуғышҡа Йөрәгем әрнеп яҙам.

Атайым иҫемдә

Тәҙрә янында баҫып,

Тәрән уйҙарға батам.

75 йыл үткән һуғышҡа

Йөрәгем әрнеп яҙам.

Ныҡ ҡына белмәhәм дә,

Иҫтә hуңғы йылдары,

Тере шаhит ине атайым

Шуны яҙмай буламмы?

Зәғифләнеп ҡайтты атайым,

Кем булды hуң сәбәпсе?

Кемдән яуап эҙләйhең,

Булманы шул яуап биреүсе?

Күҙ алдында ултырғаны

Уфтанып та, моңланып,

Уйлағандыр,туғандарын

Биш туғаны ҡалған ятып.

Бик hөйләп тә барманы,

Бәлки булғандыр ауыр.

Иҫән булha яҙыр инек

"Йөрәк hүҙе" тигән шиғыр.

Үҙем яҙырға теләгем бар,

Никтер баҙнат итмәйем,

Йөрәк түренән сыҡмаhа,

Шуны аңлап етмәйем.

Башыңдан үткән хәлде

Яҙа үҙе күңелең,

Урғып сыҡҡан шишмәләй

Теҙә ул hәр бер hүҙен.

Гөлшат Ғәзиз ҡыҙы Байназарова,

Айсыуаҡ ауылы.

15 ноябрҙә атайым Ғәзиз Батыршиндың тыуыуына 105 йыл була

Читайте нас: