Орудие командиры Миһранов
20 - се быуаттың иң ҡанлы биттәренең береһе булған, фашистик немец илбаҫарҙарына ҡаршы Бөйөк Ватан һуғышы, миллиондарса ҡорбан менән беҙҙең илебеҙҙең данлы еңеүе менән тамамланды. Советтар Союзы бик күп ҡорбандар аша Европа илдәренә лә азатлыҡ алып килеп, фашист ҡоллоғонан азат итте. Әлеге ваҡытта тере ҡалған ветерандар бик әҙ генә, бармаҡ менөн генә һанарлыҡ. Минең әтейем Мөхөммәтнәҡи Мөхәммәттәҡи улы ла ошо ҡанлы һуғышта ҡатнашып, бик күп хәрби наградаларға лайыҡ булып, ҡаты яралар алып 1947 йылда иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Мөхәммәтнәҡий Мөхәммәттәҡи улы, уны ҡыҫҡартып Нәҡи Такиевич тип йөрөтәләр, 1922 йылда хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килә. Минең әтейем һуғыш алдынан Новосибирский ҡалаһында «йәшерен» хәрби заводта эшләй. Һуғыш башланырҙан бер йыл элек 18 йәше тулған, текә яуырынлы, һомғол буйлы, сая ҡарашлы егетте Мәскәүгә Кремлевский курсантына уҡырға ебәрәләр. Немецтәр Мәскәүгә килеп терәлгәс, курсанттарҙы 7 ноябрь парадынан һуң һуғышҡа оҙаталар. Түбәнге яҙмаларҙа ошо ҡанлы аяуһыҙ һуғыштың бер нисә эпизоды бирелә. Уларҙы Калинин Михаил Иванович үҙе оҙатып ҡала. Хатта автоматтар менән ҡоралландылар. Улар оборона тотмайҙар ә фронт һыҙығын үтеп, тылдан немецтәргә һөжүм итәләр, ҡиммәтле разведка мәғлүмәттәрен йыялар. Был хәл, бер ауылға төнөн һиҙҙермәй генә үтеп ингәндә, немецтәр йоҡлаған саҡта була. Бер өйгә керһәләр, сабый бала иҙәндә ята. Башын ишек яңағына һуғып ярғандар.
Ҡан эҙҙәре ишектә, ишек яңағына сәсерәп ҡалған. Оло, аҡ һаҡаллы бабайҙың башына атҡандар. Йәш ҡатынды мыҫҡыл иткәс, түшенә штык ҡаҙағандар. Күрше өйҙән бер нисә немецте тотоп алып киләләр. Араларында офицер ҙа бар икән.
- Атмағыҙ мине, ике балам бар, – тип ялбара.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 2-се һанында.