Кеше тигәнең йәш сағында үҙенең нәҫел тамырҙары менән бик үк ҡыҙыҡһынып бармай. Ә олоғая төшкәс, ҡырҡты үткәс, күбеһе был хаҡта уйлана, ата-әсәһенән, туғандарынан, нәҫелдәштәренән, ауылдаштарынан һораша, төпсөшә, хатта архивтарға мөрәжәғәт итә башлай. Был изге эштән мин дә ситтә тормайым. Кем ул Батыршиндар? Яманһарыға улар ҡайҙан килгән? Нәҫел тамырҙарыбыҙ ҡайҙарға барып тоташа? Артабан һаҡланып ҡалырбыҙмы? Һуңғы йылдарҙа бына шулар хаҡында йыш уйландыра.
Олатайым Ғәбиҙулла Нәсибулла улы Батыршин 1879 йылғы ине. 85 йәшкә етеп, олоғайып, 1964 йылда вафат булды. Ул үҙ тормошон бик һөйләп барманы. Өләсәйем генә һөйләй торғайны. Яҙыуымдың сәбәбе бар. Беҙҙе йәшерәк сағыбыҙҙа, ярамай, тип зыяратҡа йөрөтмәнеләр. Хәҙер, олоғайғас, йылына бер булһа ла, барабыҙ. Әруахтар рухына доғалар уҡып, ҡәберлектәрҙе таҙалап ҡайтабыҙ. Атай-әсәй, олатай-өләсәй, туғандарҙы иҫкә алабыҙ. Беҙ үҙебеҙ 4 ир туған, 6 ҡыҙ туған үҫтек. Ир балалар атай менән зыяратҡа йөрөнөләр. Шунда атай бер боронғо таш ултырған ҡәберлекте крһәтеп гел әйтә торған булған, ошо беҙҙең бик яҡын туғаныбыҙ, белемле кеше булған, тигән. Олатайҙы шуның эргәһенә күмдергән, үҙен дә шунда ерләргә ҡушҡан. «Юшатыр» гәзитенән уҡып белеүемсә, ҡәбер таштарындағы ғәрәп алфавитлы яҙыуҙарҙы уҡый алыусы һәүәҫкәр тарихсы Иршат Ейәнбирҙин тигән уҙаманыбыҙ бар икән. Беҙ Яманһары зыяратындағы өс ҡәбер ташын фотоға төшөрҙөк. Улар бер-береһенә яҡын ғына ултыра. Олатайым, атайым рәтенән. Мине иң ҡыҙыҡһындырғаны - ҡайһыһы Батыршин икән. Уның тураһында олатайымдың, Зәки Вәлиди менән дуҫ булған, шиғырҙар яҙған, тип һөйләгәне иҫемдә. Ул яҡты донъянан уҙғанда миңә 22 йәш кенә ине. Олатайым күп һөйләргә яратманы. Сөнки үткән быуаттың 30-сы йылдарындағы фажиғәләр уны Себер яҡтарына һөргөнгә оҙата. Сәбәбен үҙе лә аныҡ ҡына аңлата алманы. Бер аты, бер һыйыры, өйө булған. Алты балаһы: биш улы, бер ҡыҙы булған. Шуларҙы ашатып, тәрбиәләү өсөн аты менән Ырымбур ҡалаһына йөрөгән. «Бер аҙна бара, бер аҙна ҡайта торғайным», - тип һөйләр булған. Шырпы, тоҙ, һабын, икмәк (ҡалас), он - шундай кәрәк-яраҡ алып ҡайтыр булған. Әҙерәк арттырып кешегә һатҡан. Шуның өсөн уны «купец» тип Себергә ебәргәндәр. Оләсәйем бик оҙаҡ йәшәне. 102 йәшендә 1981 йылда донъя ҡуйҙы. Миңә инде ул ваҡытта 39 йәш ине. Уның зарланып, илай-илай һөйләгәне әле лә күҙ алдымда. Олатайҙы алып сығып киткәндәр ҙә өйөн дә алғандар. Өләсәйем алты бала менән урамда тороп ҡалған. Нисек тә йәшәүҙе дауам итергә кәрәк бит. Шул ваҡытта шул уҡ Яманһары ауылында мулла вазифаһын үтәп йөрөгән Хәмиҙулла Мағазов тигән кешене лә Себергә оҙатҡандар. Өйөн һүтеп алып киткәндәр. Ҡатыны Әлшәй районынан булған. Ул шул яҡҡа биш балаһы менән ҡайтып киткән. Шуларҙан ҡалған таш келәтте өләсәйем эсле-тышлы балсыҡ менән һылап, шунда ғүмер иткәндәр. Ул келәттә миңә лә 8 йыл йәшәргә тура килде. Бала сағым шул келәттә (өйҙә) үтте. 1950 йылда ғына бәләкәй генә бер бүлмәле ауыл өйөнә күстек. «Ниндәй ғәйебе өсөн туғыҙ йыл буйы яфалар сигеп йөрөнө икән? Алты бала менән нимәләр генә күрмәнем дә, ниҙәр генә ишетмәнем», - тип зарлана, илай торғайны өләсәйем. Балаларына уҡырға рөхсәт итмәгәндәр, ҡалған башаҡ, серек картуф йыйырға сыҡһаҡ та, ҡыуып ҡайтаралар ине, тип һөйләне. 1939 йылда ҡайта олатайыбыҙ. Ике йылдан һуғыш сығып, ике ҡустыһы, дүрт улы яуға китәләр. Ике ҡустыһы, өс өйләнмәгән улы ятып ҡала. Атайым ғына күп яралар алып, бер күҙен юғалтып ҡайтып килә. Ул 2001 йылда 86 йәшендә вафат булды.
Олатайымды аҙаҡ аҡланылар, был көндәрҙе тик үҙе генә күрә алманы. Атайым иҫән сағында, Өфөгә барып, заманында нәмәләрен тартып алған булһалар, шуларға аҡса түләнеләр.
Хәмиҙулла Мағазовтың балалары ла күп булған. Мин әле белгән ваҡытта улар йыш ҡына ауылға ҡайтып йөрөнөләр. Уның улы Ришат Мағазов Маяҡ интернат-мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Ҡатыны Миңһылыу Зәйнәғәбдин ҡыҙы ла тәрбиәсе булып эшләне. Улар инде хәҙер гүр эйәләре, йәндәре йәннәттә булһын, барыһы ла Яманһары зыяратында ерләнделәр. Хәмиҙулланың ҡатыны ла ошо зыяратта ята. Мин белгәндәр бына ошолар.
Гөлшат апайҙың үтенесен тыңлап, уның Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында уҡыусы ейәне фотоға төшөрөп «Юшатырға» алып килгән ҡәбер таштары һүрәттәрен Интернеттан шунда уҡ Иршат Ейәнбирҙинға ебәрҙек. Ҙур рәхмәт уға! Иршат ағай көнөндә, хатта сәғәтендә үк яҙыуҙарҙы уҡып, кириллицаға күсереп, редакцияға яуап яҙып ебәрҙе. Бында XIX быуатта уҡ ерләнгән мәрхүмдәр хәҙерге Батыршиндарҙың ата-бабалары түгелме икән, тигән һорау тыуҙыра. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, һәүәҫкәр тарихсыларға был өлкәлә артабан да тикшеренеүҙәр алып барырға кәрәк буласаҡ.