Все новости
Хәтер
12 Октября 2018, 12:45

АҠЫЛЛЫ КӘҢӘШТӘРЕН ҺАҒЫНАБЫҘ

Ил күп һанлы, берҙәм, татыу халҡы арҡаһында ҡеүәтле булған кеүек, һәр ғаилә ишлелеге, тәрбиә ныҡлығы менән көслө.

Ил күп һанлы, берҙәм, татыу халҡы арҡаһында ҡеүәтле булған кеүек, һәр ғаилә ишлелеге, тәрбиә ныҡлығы менән көслө. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең Илкәнәй ауылында атайыбыҙҙың биргән тәрбиәһе, уның кәңәштәре менән көслө булдыҡ.


Илкәнәй ауылында Рамаҙановтар тураһында насар һүҙ әйтмәҫтәр. Сөнки беҙҙе атайыбыҙ ауылдашатарығыҙға, республикабыҙға, илебеҙгә кәрәк кешеләр булып үҫегеҙ, тип өйрәтте. Ишле ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙ өсөн ныҡлы терәк-таяныс булып буй еткерҙек. Ғаиләбеҙҙә ҙур абруй ҡаҙанған атайыбыҙ Марат Рамаҙанов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртәрәк китеп барҙы. Хәҙер үҙебеҙ балалыҡ йәшенән күптән үтһәк тә, һәр беребеҙҙең ғаиләһе булһа ла, атайыбыҙҙың ҡурсалауын, хәстәрлеген, уның хаҡ һүҙҙәрен, аҡыллы кәңәштәрен һағынабыҙ.

Атайыбыҙ 1935 йылда Илкәнәй ауылында тыуған. Бәләкәйҙән тырыш булған ғәзиз кешебеҙ. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә ул. Аҙаҡ, юғары белемле һөнәрмән булып ҡайтҡас, «Таймаҫ» совхозының Үрнәк бүлексәһендә оҙаҡ йылдар зоотехник булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында хеҙмәт юлын дауам итте. Хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исеме менән ғорурланды ул. Әсәйебеҙ Зәкиә менән күп балаға ғүмер бүләк иттеләр. Һәр балаһы яҙмышына оло яуаплылыҡ менән ҡаранылар. Барыбыҙҙы ла юғары уҡыу йорттарында уҡытып сығарҙылар, үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы итеп баҫтырҙылар.

Һәр саҡ хәрәкәттә булған ҡәҙерлеләребеҙ гөрләтеп донъя көттө. Атайыбыҙ тормошта талапсан булды. Тура һүҙлелеге ярылып ятты. Балалары өсөн генә түгел, ә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә һәр саҡ үрнәк ине. Беҙ унан күп нәмәгә өйрәндек, аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалдыҡ. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып көтөп торҙолар. Ишле ғаиләлә үҫкәс, Аллаға шөкөр, күмәкбеҙ. Байрам булһа ла, башҡа эштәр булһа ла, күмәкләп ауылға ҡайтабыҙ, һәр эште лә берҙәм башҡарып ярҙам итәбеҙ. Атайыбыҙ, бәләкәй ейәндәре килһә лә, йорт алдында уларға һөнәр серҙәрен өйрәтеп, улар менән ололарса һөйләшер булды. Эсеү, тартыу кеүек алама ғәҙәттәр уның өсөн бөтөнләй ят күренеш ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалары өсөн ҙур таяныс булды, йыш ҡына телефондан шылтыратып хәлдәр белеште. Йөҙөн һытып ултырманы, һыҙланыуын белдермәне. Һуңғы көндәренә тиклем беҙҙең өсөн борсолдо. Ҡайтҡан һайын: “Ҡуй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, эшегеҙҙе уйлағыҙ, ғаиләгеҙҙе ҡарағыҙ”, – тип йылмайып оҙатып ҡалыр ине.

Беҙ үҙ нәҫел-быуындарыбыҙҙы белһен өсөн, ҙур көс һалды атайыбыҙ. Атай-олатайҙарының шәжәрәһен өйрәнеп, тулыһынса беҙгә яҙып ҡалдырҙы. Тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһынды, милли баҫмабыҙ “Юшатыр”ҙа һәм башҡа гәзиттәрҙә лә төплө уйланыуҙар менән яҙылған мәҡәләләре йыш донъя күрҙе.

Ғүмер мәңгелек түгел, ҡәҙерлебеҙ хәҙер беҙҙең арала юҡ. Атайыбыҙ, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, йәнең йәннәттә булһын. Күрһәткән изгелектәреңә рәхмәтебеҙ ожмах баҡсаһындағы урыныңа доға рәүешендә барып торһон.
Читайте нас: