Все новости
Хәтер
12 Октября 2018, 13:11

ҒҮМЕРЕМДЕҢ 55 ЙЫЛЫ КӨЙӨРГӘҘЕ ЕРЕНДӘ ҮТТЕ

Бик күп йылдар район һәм ҡаланың ГАИ начальнигы һәм башҡа вазифаларҙа эшләгән, отставкалағы милиция подполковнигы, Күмертау ҡалаһы Эске эштәр министрлығы бүлеге ветерандар советы рәйесе Финус Рәхим улы Мәхиәнов бөгөн 75 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан «Юшатыр» гәзите уның менән осрашып, әңгәмә ҡорҙо.

Бик күп йылдар район һәм ҡаланың ГАИ начальнигы һәм башҡа вазифаларҙа эшләгән, отставкалағы милиция подполковнигы, Күмертау ҡалаһы Эске эштәр министрлығы бүлеге ветерандар советы рәйесе Финус Рәхим улы Мәхиәнов бөгөн 75 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан «Юшатыр» гәзите уның менән осрашып, әңгәмә ҡорҙо.


- Һеҙгә 75 йәш. Белеүемсә, ғүмерегеҙҙең бик күп йылдары беҙҙең район менән бәйле. Нисек Көйөргәҙе еренә килеп эләктегеҙ?

- 75 йыл ғүмеремдең 55 йылы Көйөргәҙе ерендә үтте. Тыумышым менән Саҡмағош районынанмын. 10-сы класты тамамлағас та көҙгә тиклем колхозда эшләп алдым. Элек бит колхоздан ебәрмәй торғайнылар, справка бирмәйҙәр. Минең әтейҙең ҡасандыр колхоз рәйесе булыуының ярҙамы тейҙе һәм мин нисектер Өфөгә китә алдым. Әтейем 1942 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡас, йәш кенә көйөнсә колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнгән һәм Хрущев заманына тиклем эшләне. Беҙҙең ғаиләлә 9 бала тыуған, икәүһе мәрхүм булған. Беҙ 5 малай, 2 ҡыҙ үҫтек. Өфөлә янғын һағы командаһында рядовой һалдат булып 1 йыл эшләү осоронда мин спорттың төрлө төрҙәре буйынса команда өсөн ярыштым, бейеү конкурстарында ла ҡатнашып йөрөнөм. Нимәгә һәләтле булыуымды ҡарағандарҙыр, күрәһең, мине Ленинградҡа МВД мәктәбенә дәүләт янғын күҙәтселеге инспекторҙарын әҙерләү бүлегенә уҡырға ебәрҙеләр. Беҙ унда Башҡортостандан тик 2 кеше генә уҡыныҡ. Шунан мин Өфөнөң йүнәлтмәһе буйынса Ермолаевоға эшкә килдем.

- Һеҙҙең ғаиләлә 9 бала булған. Илдәге хәҙерге демографик хәлде беләһегеҙ. Вице-премьер Голикова яңыраҡ ҡына: «Әлеге көндөң демографик хәлендә Бөйөк Ватан һуғышы ғәйепле», - тине. Һуғыш ваҡытындағы хәлде беҙ китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап күҙ алдына килтерәбеҙ: ашарға юҡ, эш күп, баҫыуҙа 9-10 йәшлек балалар эшләй, бала саҡ юҡ. Шул уҡ ваҡытта, дәүләт төрлө һалымдары менән ҡыҫа. Бөтә тапҡаның фронтҡа китә. Әммә шундай шарттарҙа ла кешеләр ҡурҡмаған, бала тапҡан.

- Бала тапмауҙа әллә ҡасанғы һуғышты ғәйепләү дөрөҫ түгел инде. Ул ваҡыттарҙа, киреһенсә, һәр ғаиләлә тиерлек 10-лап бала үҫте. Бала тыуғас, бер нисә көндән эшкә сығып китәләр ине. Әнейем дә, колхоз рәйесе ҡатынымын, тип бер ҙә генә өйҙә ултырманы, сәскестә эшләп йөрөнө. Беҙҙе ҡартәнәйем ҡараған. Әтейем дә гел генә: «Нурйыһан, давай эшлә, кешенән һүҙ булмаһын», - тип кенә торҙо. Ҙурыраҡ балалар төрлө үлән, башаҡ йыйып көн күрҙе.

- Әнғәм Атнабаевтың «Ҡара икмәк» шиғырындағы кеүек ҡара икмәкте сепрәккә төрөп балаға имеҙлек яһағандар ҙа, үҙҙәре баҫыуға эшкә киткәндәр. Бына шул шарттарҙа кешеләр нисек тере ҡалғандар, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бөгөнгө көндә ас тип әйтерлек кешеләр юҡ. Береһенең дә андыҙ ҡаҙып, башаҡ йыйып йөрөгәнен күргән юҡ.

- Башаҡ тигәндәй, мин үҙем дә йөрөнөм уны йыйырға. Билдәребеҙгә тоҡ аҫып алып, бер телем әпәй менән һөт алаһың да, иртә таңдан сығып китәбеҙ. Кистән шатланып ҡайтып керәһең. Баҫыуға утауға ҡарсыҡтар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар йөрөй инек. Ике мәртәбә шундай хәлгә шаһит булдым: ҡатындар баҫыуҙа бала таптылар. Беҙҙе, бала-сағаларҙы, китегеҙ, тип баҫыуҙан ҡыуып ебәрҙеләр. Шулай уҡ кем алдан өлгөрә тип, ҡаҡы йыйып ашай торғайныҡ.

- Ул башаҡты ла йыйырға рөхсәт итмәгәндәр бит әле. Ундайҙарҙы тотоп, төрмәгә ебәргәндәр...

- Эйе, уныһы ла булды. Беҙҙә Нурислам тигән ҡарауылсы абзый бар ине. Тотһа, кире алып барып тапшырта ине.

- Заманалар ныҡ ауыр, ҡаты булған. Шул күҙлектән сығып, бөгөнгө заман менән сағыштырып ҡарағанда, һеҙ совет кешеһе, Ленинградта МВД мәктәбендә уҡыуға ирешкәнһегеҙ. Шул саҡтарҙа һеҙгә аҡса күп кәрәктеме?

- Әле лә хәтерҙә ул саҡтар, минең уҡырға китәсәгемде белгәс, ауыл халҡы гөж килеп торҙо: «О, Финус Ленинградҡа уҡырға китә», - тип. Мин уҡыуға киткәнсе Өфөлә эшләгәндә 46 һум эш хаҡы алдым. Шуны ғына иҫләйем. Аҡса етә торғайны.

- Ленинградта нисә йыл уҡынығыҙ?

- Ике йыл уҡып ҡайттым унда. Аҙаҡ ситтән тороп Свердловск янғын-техник училищеһында уҡып, техник-янғын һүндереүсе һөнәрен алдым. Элек беҙ милицияның составында була торғайныҡ. Ермолаевола Көйөргәҙе РОВД-ыһы буйынса дәүләт янғын күҙәтселегенең өлкән инспекторы булып эш башланым.

- Ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?

- Беҙ дежурҙа ла торҙоҡ, хулигандарҙы тоторға ла сыға торғайныҡ. Нимә ҡушһалар, шуны эшләнек. Йәшел хәрби форма кейә инек. Мәләүезгә ҡушҡас, Мәләүез ГРОВД составына индек. Шунан инде беҙҙе Күмертауға ҡуштылар. 1969 йылда мине Куйбышевҡа Советтар Союзының иң яҡшы янғын һаҡсыларының Бөтә союз кәңәшмәһенә ебәрҙеләр. Өфөнән бер, Салауаттан бер кеше һәм Башҡортостандың барлыҡ райондарынан мин барҙым. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә. «Минең эш мотоциклым бар, ҡыш көнө ат менән йөрөйөм», - тип сығыш яһағайным, Дағстандан минең кеүек берәү сыҡты ла: «Башкирияла шәп йәшәйҙәр икән, мотоциклдарҙа елдерәләр, ә миңә ишәктә йөрөргә тура килә», - тигәйне, зал рәхәтләнеп көлдө. 1970 йылда мине ул саҡтағы милиция начальнигы Әхмәҙиев мәрхүм үҙенә саҡырып алды. Был йылды милиция янында ведомствонан тыш һаҡ тигән нәмә асылғайны, мине ҡала һәм райондың шул бүлегенә начальник итеп ҡуйҙылар. Йәшел кейемде һалдым, капитан дәрәжәһе бирҙеләр. 1976 йылға тиклем тырышып эшләнем унда. Бер заман юғарынан тикшереүселәр килеп, ГАИ начальнигын һәм тағы ла бер нисә кешене эшенән бушаттылар. Мин дә үҙ эшем буйынса отчет тоттом, барыһы ла яҡшы ине. Кабинетымда ултырһам, начальникка саҡыртып алдылар ҙа: «Тәк, охранала тәртип, бына ГАИ-ла тәртипһеҙлек. Унда тәртип урынлаштырыр кәрәк. Һеҙҙе ГАИ начальнигы итеп ҡуйырға тигән уй бар», - тинеләр. Бындай көтөлмәгән тәҡдимдән тирләп сыҡтым, хатта. «Эшләп ҡарармын һуң», - тигәйнем. «Беҙгә эшләп ҡарарға кәрәкмәй, ә тәртип булдырырға кәрәк», - тинеләр. Ризалаштым инде.

- Ул саҡта район һәм Күмертау өсөн бер ГАИ инеме?

- Эйе, берләштерелгән ине. Миңә үҙемдең урынға кеше табырға ҡуштылар. Военкоматтан запастағы офицерҙарҙы эҙләй торғас, Таймаҫ кейәүен — Илдар Хәмзән улы Абдрахмановты таптым.

- Нисә йыл ГАИ начальнигы булдығыҙ?

- Пенсияға хәтлем, 25 йыл буйы. Шуны ла әйтмәйенсә булмай. Бында эшләгән осорҙа миңә 2 йыл буйы анонимка яҙҙылар.

- Элек анонимканы тикшерәләр инеме?

- Эйе, тикшерәләр ине. Аңлатма яҙа-яҙа арып бөттөм, нервылар бөттө. Етмәһә, бергә эшләп йөрөгән бер начальник урынбаҫары: «Кисә һеҙҙең өҫтән тағы яҙҙыҡ бит әле», - тип килеп әйтә торғайны, асыуға тейеп. Бындай ялыуҙар ЦК-ға ла барып еткәс, мине Ағиҙел ҡалаһына күсермәксе булдылар. Әммә районда был турала ишеткәс, барыһы ла: «Китмә! Хәҙер китеп, ул ялыу яҙыусыларҙы шатландыраһыңмы ни?» - тип ебәрмәнеләр. ГАИ-ла ул саҡта техника бик аҙ ине бит инде. Ҡаланы ла, районды ла ҡарайбыҙ. Взвод астыҡ, Ырымбур өлкәһендәге Октябрьскийға тиклем трассаны ла миңә бирҙеләр. Хеҙмәткәрҙәргә йөрөргә машиналар юҡ. Унан-бынан һорап йөрөп, ГАИ өсөн әллә күпме машина алырға өлгәштем. Районға сығып йөрөүе лә еңелләште.

- 80-се йылдар тирәһен алып ҡарағанда, нисә экипаж эшләй ине?

- Өс экипаж эшләй торғайны.

- Әҙ бит...

- Әҙ инде. Береһе районға сығып китә, икенсеһе дежурҙа, өсөнсөһө ҡалала эшләй.

- Элек барыбер техника әҙ булды. Шуға күрә юл-транспорт ваҡиғалары ла аҙыраҡ булғандыр, һеҙгә рәхәтерәккә тура килгәндер?

- Юл-транспорт ваҡиғалары була торғайны. Ул ваҡытта халыҡ тыңлаусан ине. Әҙерәк ҡурҡыу тигән нәмә лә бар ине. Сержант ауылға килеп керһә, шөрләй торғайнылар. Ҡурҡыу ғына түгел, хөрмәт итеү тигән нәмә лә бар ине. Минең өҫтән яҙғандарҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡманы, шулай ҙа хат ЦК-ға уҡ барып еткәс, мине ИВС (ваҡытлыса тотоу изоляторы) начальнигы итеп күсерҙеләр Бында ла бөтә нәмәне яңынан эшләргә тура килде. Ҡабул иткән саҡта ҡара стеналар, тишек иҙәндәр ине бында. Ремонт үткәреп, хатта, коридорға балаҫтар түшәтеп ҡуйҙым. Аҙаҡ киренән ГАИ-ға, юл хәрәкәтен ойоштороу буйынса инженер булып эшкә күстем. Шулай эшләп йөрөгән саҡта, район менән ҡаланы айыралар, тигән хәбәр ишетелде. Ысынлап та шулай булды. Мине тағы саҡыртып алдылар ҙа: «Бына Көйөргәҙе РОВД-ыһы асыла. Һеҙҙе шунда әлегә ваҡытлыса милиция начальнигы итеп ҡуйырға уйлайбыҙ»,- тинеләр. Мин шунда уҡ, юҡ, мин риза түгел, кадрҙар менән тәьмин итергә ярҙам итәсәкмен, был өлкәләге кешеләрҙе яҡшы беләм, тинем. Улайһа, әйҙә райондың ГАИ начальнигы булып кил, тинеләр. Был тәҡдим менән мин шунда уҡ ризалаштым. Шулай итеп, яңынан үҙ эшемә ҡайттым. Бар таныштар ҙа «реабилитированный ағай» тип ҡаршы алды. Районда ГАИ барлыҡҡа килде килеүен, әммә йөрөргә техника юҡ, дәүләттән бер машина бирҙеләр ҙә бөттө шуның менән. Колхоздар, совхоздар ныҡ ярҙам итте ул заманда. Банкта иҫәп асып, техник ярҙам өсөн кем күпме бирә ала, шулай аҡса күсерҙе. Өр-яңы өс УАЗик, ике Жигули, бер Москвич алдыҡ, иң бай ГАИ-ға әйләндек һәм 2000 йылға, пенсияға тиклем эшләнем шул вазифала. Берләштерелгән ГАИ-ла эшләгән саҡта миңә майор дәрәжәһе биргәйнеләр, ә ГАИ-ның 60 йыллығына инде подполковник дәрәжәһе алдым. Миңә тиклем бер район ГАИ-һы начальнигы ла ундай дәрәжә алмағайны.

- Финус абзый, бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ ғәйәт ҙур. Эшләгән дәүерҙәрегеҙҙең һәр береһе айырым бер тарих. Һеҙ янғын һүндереүсе булараҡ эш башлағанһығыҙ, Кемеровала һәм шулай уҡ башҡа ерҙәрҙә булған янғындарҙы иҫкә төшөрәйек. Күмертауҙа ла хәлдәр Кемерованан яҡшыраҡ түгел, етешһеҙлектәр етәрлек, тип белдерә беҙҙең янғын һүндереүселәр. Элекке менән сағыштырғанда, хәҙер система бер нисек тә эшләмәйме ни? Һеҙ ҙә шулай янғын хәүефһеҙлеген тикшереп йөрөгәнһегеҙҙер?

- Эйе, ҡалалағы сауҙа үҙәктәрендә бик күп етешһеҙлектәр булыуын күреп йөрөйөм. Элек беҙҙең ҡулда хоҡуҡ бар ине. Клубтарҙы ла, ҡаҙанлыҡтарҙы ла яба ала ине. Мин бында килгәндә лә, ниндәй генә хәлдәр булманы. Тимербай ауылының яртыһы, Ировка 2 йыл рәттән янды. Воротыновкала һарыҡтар фермаһы янып китте.

- Ни өсөн ярты ауыл янды?

- Фермаларҙың эсендә кирбестән һалынған мейестәр, үҙҙәре генә эшләп ҡуйған ҡаҙанлыҡтар. Күбеһенсә шул йылытыу приборҙары арҡаһында янғындар сыға ине. Нимәлер эшләргә кәрәк бит, былай булмай. Райсовет рәйесенә мөрәжәғәт иткәйнем, улар ҡарар сығарыуын сығарҙылар, әммә етәкселәр быға һаман да иғтибар бирмәнеләр. Айсыуаҡта сусҡа фермаһы янғас ҡына, горком ҡуҙғалды. Саҡырып алдылар ҙа: «Нишләп бер ниндәй ҙә сараһын күрмәйһең?» - тиҙәр. Уларға үҙемдең тикшереүҙәр ҡағыҙымды, ҡарарҙарҙы үтәмәүҙәре хаҡында әйткәс, бөтә етәкселәрҙе лә бюроға йыйҙылар. Шунан һуң ғына, етәкселәр әҙерәк ҡуҙғала башланылар, төкәтмәләр эшләттеләр, фермаларҙа янғындар туҡтаны. Әммә ауылдарҙа янғындар дауам итте. Тимербайҙа бала-сағаларҙың ут менән шаярыуы сәбәпле, бер урам янды. Ировкала берәү махсус рәүештә ут төртөп йөрөгән. Ҡайһы бер ауылдарҙа ут һүндереү өсөн ат арбалары ла, мискәләр ҙә юҡ ине. Аҙаҡ ирекле дружинниктар эш башланы, Киров колхозы янғын һүндереү депоһы төҙөп ҡуйҙы, Таймаҫҡа, Морапталға бокс бирҙеләр, Яҡшымбәттә типовой янғын һүндереү депоһы булдырылды. Депо булған ергә Өфөнән янғын һүндереү машиналары бирелде. Шулай итеп, эш яйға һалынды.

- ГАИ-ға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был тема һәр ваҡыт барыһын да ҡыҙыҡһындыра һәм һәр кешегә лә ҡағыла. Хәҙер ғаиләләрҙең күбеһендә бер нисә машина. Ҡатыны ла, балаһы ла, үҙе лә машинала йөрөй. Кемдеңдер әрһеҙгә йөрөргә бер машина, ҡунаҡҡа йөрөргә икенсе машина.

- Мин үҙем йөрөй инем ауылдарға. Хатта, шәхси машиналарҙың да техосмотрын ауылға барып үткәрә инек. Хеҙмәт кешеһен эштәренән айырмаҫҡа тырыштыҡ. Халыҡҡа аңлатыу эше алып барҙыҡ. Ауылдарға сыҡҡан саҡта, һәр силсәүит буйынса эсеп тотолғандарҙың исемлеген алып барып, уларҙың һәр береһен саҡырып сығарып, һөйләшә инек.

- Ҡурҡыныс, онота алмаҫлыҡ авариялар булдымы?

- Ундай бик үк ҡурҡыныс аварияларҙы иҫләмәйем былай. Төрлө трагедиялы хәлдәрҙе күп күрелде.

- Ул саҡтарҙа эсеп эләгеүселәр аҙыраҡ булғандыр? Ундайҙарға ниндәй яза бирелә ине?

- Әҙ булды, тип әйтмәҫ инем. Бик күптәрҙе «йәки» тигән бер һүҙ ҡотҡарҙы — транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки штраф һалыу. Бына бер генә миҫал килтерәм: Таймаҫтан бер тракторсы эскән килеш эләккән. Ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшәбеҙ:

- Ғаиләң бармы? Балалар нисәү?

- Бар. Өсәү.

- Хәҙер праваңды алһаҡ, ҡайҙа бараһың?

- Фермаға инде, Финус Рәхимович, фермаға барам.

- Ә тракторҙа кем йөрөр? Һинең өсөн кем эшләр?

- Белмәйем, персиҙәтел табыр әле.

- Бәлки, штраф ҡына һалырбыҙ. Аҡса табаһыңмы?

- Эйе, минең үгеҙ бар. Үгеҙҙе заготконтораға алып барып тапшырам да, түләйем. Зинһар, штраф ҡына бирегеҙ әле.

Бына ошондай иптәштәрсә һөйләшеүҙәр күптәрҙе эшһеҙ ҡалыуҙан ҡотҡарып ҡалды. Кешелеклерәк булырға тырыштыҡ. Һөйләшеп, уртаҡ тел таба торғайныҡ. Улар аҙаҡ рәхмәт әйтеп сығып китәләр. Ә шәхси транспортта эскән килеш тотолғандарға штраф һалыу тыйыла ине. Уның өсөн беҙҙе Өфөлә тиргәйҙәр. Мәҫәлән, колхоздың агрономы үҙ машинаһында эләгә. Ә ул эш буйынса баҫыуҙа йөрөгән, ураҡ ваҡыты. Бына шул кешене нисек праваһыҙ ҡалдыраһың инде? Өфөгә отчет биреп торабыҙ. Унда минең штрафтар һәр ваҡыт күберәк килеп сыға. Мине баҫтыралар ҙа: «Бына ул — республиканың иң мәрхәмәтле ГАИ начальнигы», - тиҙәр.

- Хәҙер бына полицияла ҡағыҙ эше күп тиҙәр. Һеҙ эшләгән осорҙа милицияла нимә иң ҙур проблема һаналды?

- Ул саҡтарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең штаты әҙерәк ине, ә талаптар шулай уҡ булды. Бына һуңғы ваҡыттарҙа ла полицияны йыл да ҡыҫҡарталар. Кемде ҡыҫҡарталар? Иң ныҡ эшләгәндәрҙе, ДПС, ППС-тарҙы ҡыҫҡарталар. Ә тегендә, 2 ҡатлы бинала, йылыла күмәкләшеп ултыралар, урамда эшләргә кеше юҡ, аварияға сығып өлгөрә алмайҙар. Кешеләр уларҙы ярты көн көтөп тора. Беҙ, ветерандар, был турала сығыш та яһаныҡ, тәнҡитләнек тә. Әммә ул Өфөгә барып етмәй.

- Эске эштәр ғәскәрҙәре булһа ла, әле бына Росгвардия төҙөп ҡуйҙылар...

-Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Берәй хәл була ҡалһа, башҡа илдәрҙәге кеүек, Росгвардия беҙҙең Хөкүмәтте һаҡлаясаҡ. Беләһегеҙме, элек 3 сельсоветҡа, хатта, 4 сельсоветҡа бер участковый ине.

- Хәҙер ҙә шулайыраҡ шикелле...

- Юҡ, хәҙер Керәүленең үҙенең, Бахмуттың үҙенеке, Морапталдың һәм Отраданың үҙҙәренең участковыйы бар һәм башҡаларҙың да шулай уҡ. Ә беҙҙең заманда Иван Тимофеевич Старков тигән участковый бар ине. Ярты район тиерлек уның ҡарамағында булды. Транспорт юҡ, ҡыш көнө ат егеп йөрөйҙәр.

- Эйе, һеҙ дөрөҫ проблема күтәрҙегеҙ. Участковыйҙарҙың эшенең сифаты тураһында әйтһәк, шул уҡ Колокольцев, Кудриндарҙың фекере буйынса, полиция халыҡтың ышанысына таянып эшләргә тейеш тиелә. Ҡайһы бер илдәрҙә участковыйҙы халыҡ үҙе һайлай бит.

- Шулай булырға тейеш тә. Элек шулай һайлайҙар ине. Ауыл халҡын йыйып, һөйләшәләр, кәңәшләшәләр ине.

- Ә хәҙер нишләп шуны кире ҡайтармаҫҡа? Әллә халыҡҡа ышаныс бөттөмө? Берәй кәрәкмәгән кешене һайлап ҡуйһалар тиҙәрме икән?

- Эйе, хәҙер: «Ана, армиянан ҡайтты ла нимә эшләргә белмәй йөрөй, шуны ҡуйығыҙ», - тиерҙәр ине. Охранала эшләгәндә Морапталға барҙым, миңә силсәүиттә: «Баһадир кәүҙәле бер егет бар. Шуның менән һөйләшегеҙ ҙә, эшкә алығыҙ әле, тиҙәр. Барҙым, әнейе менән генә йәшәй был. Эшкә бараһыңмы, тием. Барам, Финус абый, барам, ти. Документтарын ҡарай башлағайныҡ, 8 класты бөткән тигән документы ла юҡ. Мәктәпкә барып, директор, завуч менән һөйләштек. Уҡыуҙы бөтөрә алманы бит, тиҙәр. Шунан һөйләшеп, кабинетта ғына 8-се класты тамамлауы тураһында танытма алып, был егеттән милиционер яһаныҡ.

- Һеҙҙең ышанысты аҡланымы һуң ул?

- Аҡланы. Матур итеп эшләне, тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Йөрәк менән сирләп, мәрхүм булды. Гел үҙенең көсөнә таянып, йөрәгенә ауырлыҡ килгән. Мәрхүмдең бер улы ҡалды. Нишләйһең, тормош бит, шундай хәлдәр ҙә булғыланы.

- Эйе, һәр ваҡыт закон буйынса ғына эшләү, ҡайһы саҡ дөрөҫ тә түгелдер. Ҡайһы берҙә, һеҙ әйтмешләй, штраф менән генә ҡотолдороп, шулай кешелекле булыу бөгөнгө көндә етмәй кеүек.

- Етмәй шул.

- Коррупция булдымы һуң һеҙҙең заманда?

- Мин үҙем бер ҡасан да бер кешенән бер тин дә алманым. Шуны ғына әйтә алам. Бер ваҡиғаны һөйләйем әле. Ул ваҡытта мин хаҡлы ялда инем инде, бер машина менән күмәк кеше Өфөгә китеп барабыҙ. Тиҙлекте арттырған өсөн, беҙҙе туҡтаттылар. Водитель янында начальнигы ла бар. Водитель сығып, ГАИ менән саҡ ҡына һөйләште лә, кире килеп, икене һорайҙар, тине. Начальнигы 2 меңде сығарып тотторҙо. Водитель йәнә ГАИ янына барып, аҡсаны биреп килде лә, булды, тине. Шул саҡ тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, тирләп сыҡтым. Оят та ине, ғәрлек тә килде.

- Ғаиләгеҙ тураһында ла бер аҙ һөйләп китһәгеҙ? Балаларығыҙ һеҙҙең юлды һайланымы?

- Ҡатыным менән Күмертауҙа таныштыҡ. Ғаиләбеҙҙә 1 ҡыҙ, 1 ул үҫтерҙек. Ҡыҙым Өфөлә йәшәй, кадастр палатаһында эшләне, 2 ейәнем бар. Улымды яҡшы беләһегеҙ, ул минең юлды һайланы. Районда полиция начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Өфөлә Үҙәк аппаратта эшләгәйне, мин сирләү сәбәпле, был яҡҡа ҡайтырға мәжбүр булды. Бергә йәшәйбеҙ, 3 балалары бар. Бына тиҙҙән Ҡазанда йәшәгән ейәндең ҡыҙы тыуырға тейеш. Әбейем мәрхүм булғанға 14 йыл булып китте.

- Улығыҙ менән бергә йәшәгәс, уға кәңәштәр ҙә бирәһегеҙҙер?

- Кәңәш бирергә тырышам, әлбиттә, әммә борсомаҫ өсөн, улым миңә күп һөйләп бармай.

- Һеҙҙең ҡарашҡа, пенсия йәшен арттырыу яҡшымы?

- Минеңсә, эйе, яҡшы яҡтары ла бар. Тик пенсия йәшен эш рәүешенә ҡарап, билдәләһендәр ине. 65 йәшкә тиклем һауынсы йә мал ҡараусы булып эшләй алмайҙар бит, шул яҡты ла уйлар кәрәк ине. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәрен мин 40 йәштә пенсияға ебәрмәҫ инем. Иң эшләй торған саҡтарында пенсияға китәләр, 50 йәшкә тиклем булһа ла эшләһендәр ине. Мин үҙем 57 йәштә генә хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсияға ебәреп бөтәләр ҙә, аҙаҡ полицияла эшләргә кеше тапмайҙар.

- Финус Рәхимович, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ. Алла бирһә, 80 йәшегеҙҙә лә осрашып, тағы һөйләшербеҙ әле.
Читайте нас: