Все новости
Хәтер
26 Октября 2018, 10:54

БӘЛӘКӘЙ ИЛКӘНӘЙҘЕҢТӘҮГЕ КОМСОМОЛДАРЫ

Беҙ, совет кешеләре, комсомол йоғонтоһонда үҫтек.

Беҙ, совет кешеләре, комсомол йоғонтоһонда үҫтек. Комсомол (Коммунистик йәштәр союзы) беҙҙе тәрбиәләне, сыныҡтырҙы, шуға ла яҡшы уҡыныҡ, фиҙаҡәрлек менән эшләнек, намыҫлы булдыҡ. Ә беҙҙең атайҙарыбыҙ тәүге комсомолдар ине.


Олатайым Мөхәммәттәҡи Миһранов - тәүге колхоз рәйесе, ә атайым Зариф ауылда тәүге комсомол секретары булған. Атайым 1926 йылда, йәғни 17 йәшендә бер туған мырҙаһы Мансур менән Мәләүезгә барып, ул саҡта ревкомға ингәндәр. Зариф Миһранов Морапталда колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡыған, әммә 1928 йылда атаһын кулактар үлтереү сәбәпле, уға уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Аҙаҡ ул коммунист булып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан ҡайтҡас, Бәләкәй Илкәнәйҙә колхоз рәйесе вазифаһында эшләй.

Әйткәндәй, Миһрановтар - бер туған дүрт егет - барыһы ла һуғышта ҡатнашҡан. Мансур Тәҡи улы фашистарға әсиргә эләгеп, тотҡонлоҡта булып, америка һалдаттары ҡотҡарғас, Америкала госпиталдә ята һәм 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ул Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Зәйнетдин Миһранов Мораптал мәктәбендә уҡыған, Ермолаевола биш йыл уҡытыусы булып эшләгән. Һуғышта лейтенант. Миномет командиры булып, 28 йәшендә генә Ленинград эргәһендә һәләк булған. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.

Нәҡи Миһранов Стәрлетамаҡ педучилищеһының физкультура бүлегендә уҡыған. 15-16 йәштәрҙә монтер-монтажлаусы һөнәрен үҙләштереп, комсомол путевкаһы менән Новосибирскиға киткән. 1940 йылда РСФСР Юғары Советы исемендәге Кремль училищеһына уҡырға кергән. 1941 йылдың 7 ноябрендә курсант Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында парадта ҡатнашҡас, тура фронтҡа киткән. Нәҡи Тәҡи улы иң ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан, өс тапҡыр яраланып, госпиталдә ятҡан. Уға Сталиндың Рәхмәт хаты тапшырылған. Старшинаның күкрәген ике Дан ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәй. Һуғышта уны Коммунистар партияһына ҡабул итәләр. «Партбилетты мин ҡан ҡойоп алдым», - ти торғайны ысын коммунист.

Атайҙарыбыҙҙың данлы юлын улдары дауам итә. Рауил Зариф улы нисек комсомолға кергәнен әле лә яҡшы хәтерләй. Яңы Мусала уҡып йөрөгән 13 йәшлек үҫмерҙе, 1940 йылғы тип яҙып, йәғни бер йәшкә «олоғайтып», Ермолаевоға комсомолға керергә ебәрәләр. Яҡшы уҡыған өсөн ҡабул итәләр уны. Район үҙәгенән йәйәү ҡайтышлай, түш кеҫәһенән комсомол билетын алып ҡарай-ҡарай атлай, йөрәге ғорурлыҡ менән тула.

Бына шулай бер нәҫелдән сыҡҡан комсомолдарҙың ҡыҫҡаса тарихы. Беҙ уларҙы әле лә хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
Читайте нас: