Все новости
Хәтер
26 Октября 2018, 10:17

БЕҘ ҘӘ КОМСОМОЛ БУЛДЫҠ

Быйыл Своеттар Союзы дәүерендәге иң көслө йәштәр ойошмаһының - ВЛКСМ-дың ойошторолоуына 29 октябрҙә 100 йыл тула.

Быйыл Своеттар Союзы дәүерендәге иң көслө йәштәр ойошмаһының - ВЛКСМ-дың ойошторолоуына 29 октябрҙә 100 йыл тула. Ул тәүҙә Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (РКСМ) булараҡ барлыҡҡа килгәйне. Комсомол заманында йштәрҙең иң яратҡан, иң абруйлы ойошмаһы иҫәпләнде. Уның бөтөрөлөүенә байтаҡ йылдар үтһә лә, ВЛКСМ ағзаһы булған яҡташтарыбыҙ хәтерендә шул хаҡта матур хәтирәләр һаҡлана. Был иҫтәлекле дата уңайынан беҙ ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙға комсомол йылдарындағы иҫтәлектәре һәм фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарын һорап шылтыраттыҡ.


Фәнис РАХМАНҒОЛОВ,

Кинйә Арыҫланов музейы директоры

- Комсомолға беҙҙең дәүерҙә һәр кемде лә алып барманылар. Уның өсөн ҡырын-мырын эштәрең булмаҫҡа, һин бар яҡтан да тәртипле, белемгә ынтылыусан, хеҙмәт һөйөүсән уҡыусы булырға тейешһең.

Беҙҙең 2-се Кинйәабыҙ ауылында башланғыс мәктәп кенә ине, артабан күрше ауыл мәктәбенә, Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районына инеүсе Кузьминовка ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә, йөрөп уҡыныҡ. Әле лә нисек итеп комсомол сафына инеү өсөн Устав ятлаған, комиссия үтергә әҙерләнгән саҡтарымды һағынып иҫкә алам. Бер класта дүрт уҡыусы инек, дүртебеҙҙе лә, бер насар ғына ПАЗик автобусына ултыртып, Октябрьскийҙағы комсомолдың район комитетына комиссияға алып барҙылар. Устав буйынса һәм башҡа төрлө өҫтәмә һорауҙар бирҙеләр. Барыбыҙҙы ла ВЛКСМ сафына ҡабул иттеләр.

Уҡыусы саҡта айына 2 тин взнос түләй торғайныҡ.

Комсомол билетын костюм кеҫәһендә, иң ҡәҙерле әйберҙәрҙең береһе булараҡ, һаҡлап ҡына йөрөттөк. Билет юғалтыу енәйәткә тиң эш ине ул саҡта. Ойошма бөтөрөлһә лә, комсомол билетымды әле лә ғаилә архивымда ҡәҙерләп һаҡлайым, сөнки унда - минең йәшлегем, Советтар Союзы дәүерендәге йәшәү асылым сағыла. Минең кеше булыуымда, күңелемә ятышлы һөнәр һайлауымда комсомол ойошмаһы бик ҙур роль уйнаны. Беҙ уның идеяларына инанып йәшәнек. Унда исем өсөн генә йөрөмәнек. Хәҙер төрлө йәштәр ойошмалары артҡандан-арта, тик береһе лә йәш быуын вәкилдәрен комсомол һымаҡ бергә туплай алмай. Заманында шундай ҡеүәтле йәштәр ойошмаһы сафында булыуыма мин әле лә ғорурлыҡ хистәре кисерәм.

Роза БАЯЗИТОВА, пенсионер

- Эйе, беҙ ҙә ваҡытында комсомол булдыҡ. Беҙ, аҡһарылар, Мораптал мәктәбендә уҡығанда, 7-се класс уҡыусыларын ул саҡтағы районыбыҙ үҙәге иҫәпләнгән Күмертауға алып барып, комсомолдың ҡала комитетында комиссия үткәрҙеләр. Шулай итеп Уставты нисек белеүебеҙ буйынса үҙенә күрә ҙур һынау тоттоҡ, имтихан бирҙек. Шул саҡтарҙа ныҡ тулҡынланғаныбыҙҙы әле лә хәтерләйем. Ҙур өҫтәл артында ултырған етәкселәрҙе күргәс, тәүҙә ҡаушап ҡалдыҡ, тик үҙебеҙҙе бик тиҙ ҡулға алдыҡ, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирҙек. Һеҙ комсомолға ҡабул ителдегеҙ, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Комсомол значогын ғорурлыҡ менән түшебеҙгә тағып йөрөнөк.

Мәктәптә беҙ, комсомолдар, йома һайын берәй темаға сара үткәрә торғайныҡ. Ә инде һәр бер датаға бәйле саралар ойоштороу мотлаҡ ине. Беҙҙең тәү ойошма комсомолдарға үҙ-ара аралашыу өсөн берҙән-бер урын була торғайны. Хәҙерге кеүек компьютерҙар, кеҫә телефондары юҡ ине, хатта телевизор саҡ тормошобоҙға инә башлағайны. Бергәләп төрлө мәҙәни саралар үткәрҙек. Был арабыҙҙағы йыр, бейеүгә һәләтле йәштәрҙе асыҡларға ярҙам итте, халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итте. Йәштәр араһында гармунсылар күп ине. Бар һин хәҙер йәштәр араһынан шундай гармунсыларҙы табып ҡара, тапһаң да, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ундай таланттар. Спорт ярыштарын күп үткәрҙек. Бигерәк тә хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур урын бирелде. Ул хатта беренсе урында торҙо. Комсомол ойошмаһының бына шундай күп ыңғай яҡтарын хәҙерге көндә бер йәштәр ойошмаһы ла ныҡлап дауам иттерә алмай. Ана шуныһы ҡыҙғаныс. Ә мин ҡасандыр ВЛКСМ ағзаһы булыуым өсөн әле лә ғорурлыҡ хистәре кисерәм, үҙемде был йәһәттән бәхтлемен тип иҫәпләйем. Комсомол значогын юҡҡа ғына түшебеҙгә тағып йөрөмәнек.

Йәмил РАФИҠОВ,

Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы

- Беҙ Абдул мәктәбендә 7-се кластан 10-сы класҡа тиклем комсомол булдыҡ. Артабан әрме сафында ла комсомол булараҡ хеҙмәт иттем.

ВЛКСМ сафына нисек ингән саҡтарым әле лә хәтеремдә: беҙҙе тәүҙә мәктәп комсомолының тәү ойошмаһында әхлаҡи, сәйәси яҡтан быға әҙерләнеләр, бар күңелебеҙҙе һалып комсомол уставын ятланыҡ. Һеҙ бәләкәстәргә өлгө булырға, уларҙы рәнйетмәҫкә, ололарҙы хөрмәт итергә тейешһегеҙ, тип тәрбиәләнеләр беҙҙе. Шуғыраҡ, шаяныраҡ уҡыусыларҙы тәүге тапҡыр үткәрмәнеләр, икенсе тапҡыр килерһең, тинеләр. Әҙерләнеп бөткәс, ГАЗ-52 йөк машинаһы бортына ултыртып Күмертауҙың ҡала комсомол комитетына алып барҙылар. Ундағы комиссияла ултырған ҙур ағай, апайҙар Устав буйынса беҙҙең белемебеҙҙе, әхлаҡи, сәйәси яҡтан әҙерлегебеҙҙе тикшерҙеләр. Барыбыҙ ҙа үттек. Инде лә ете ҡат күккә менгән һымаҡ ҡыуанышып, беҙ ҙә комсомол булдыҡ, тип ғорурланып, ауылға ҡыуанышып ҡайтып киттек.

Бер аҙнанан һуң мәктәп линейкаһында тантаналы рәүештә комсомол билеттарын тапшырҙылар. Уны ҡулға алғас, бер башҡа үҫеп киткән һымаҡ булдыҡ: беҙ хәҙер пионер түгел, ә комсомол. Дүрт йыл буйы октябряттар менән пионерҙарға өлгө булып, уҡытыусылар менән берлектә уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнаштыҡ. Комсомолдың роле ҙур булды инде ул. Быны хәҙер бер кем дә инҡар итә алмай. Йәш быуын вәкилдәрен бер йоҙроҡҡа туплаусы бындай көслө ойошма әлеге көндә юҡ. Әле лә комсомол билетымды ҡулыма алып йәшлегемде иҫемә төшөрәм. Ул саҡта үҙ-үҙеңә яуаплылыҡ тигән нәмә көслө булды. Әйтәйек, һин ручкаңды йә дәфтәреңде онотоп ҡалдырып ҡара өйөңдә. Ә хәҙерге уҡыусыларҙың байтағында тап бына шул яҡ аҡһай: ручкаларын да, дәреслектәрен дә, хатта телефондарын да мәктәптә ҡалдырып китәләр, үҙҙәре алдында ла, ата-әсәләре алдында ла бер ниндәй яуаплылыҡ тойоу, оялыу тигән нәмә юҡ. Мин әле булһа ана шул комсомол тарафынан тәрбиәләнгән матур сифаттан айырылмаҫҡа, йәғни үҙ-үҙемдә яуаплылыҡ тойоп йәшәргә тырышам.

Рәйлә АҠҺАРОВА, пенсионер:

- Мин Яҡшымбәт мәктәбендә уҡыған саҡта комсомол сафына индем. Бар класыбыҙ менән уға ағза булып инеү өсөн әҙерләндек. Комсомол сафына баҫыу өсөн һин һәйбәт, өлгөлө октябрят, унан пионер булырға тейешһең. Үҙен кире яҡтан күрһәткән уҡыусыларҙы комсомолға ҡабул итеп бармай торғайнылар. Ундайҙар булһа ла бер нисәү генә булғандыр. Бындай уҡыусыларҙың күбеһе шул арҡала тәртибен ыңғай яҡҡа үҙгәртә, һәйбәт уҡыусылар рәтенә баҫа ине. Элек йәштәр үҙҙәренән бәләкәйҙәргә өлгө күрһәтергә тырышты, мәктәптең тәрбиәүи эштәрендә ҡатнашырға ынтылды. Уҡып бөткәс тә, беҙ ауыл советы биләмәһендәге комсомол ойошмаһы эштәрендә: төрлө спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Йәштәр ҙә, ололар ҙа элек тәртипле булды бит. Комсомол да беҙҙе шуға өйрәтте. Хәҙер, олоғайғас, комсомолдың ата-бабайҙарыбыҙҙың ғаилә тәрбиәһе традицияларына яҡын торғанлығына төшөнәм. Минең шәхесемде формалаштырыуға, үҫтереүгә комсомол ойошмаһы тарафынан һалынған сифаттар барлыҡ ғүмеремдә, яҙмышымда ыңғай роль уйнаны. Айырыуса Яҡшымбәт ауыл хакимиәтендә оҙаҡ йылдар идарасы булып эшләүҙә бик тә ныҡ ярҙам итте. Шуға күрә мин әле лә үҙемде һаман комсомол сафында тип хис итәм.
Читайте нас: