Все новости
Хәтер
15 Января 2019, 11:45

ҠАЙНЫМДЫҢ БАШЫНАН КИСКӘНДӘРЕ

Йылдар үтеп, олоғайыу менән, үткән ғүмер юлы, тормош күҙ алдынан үтә.

Йылдар үтеп, олоғайыу менән, үткән ғүмер юлы, тормош күҙ алдынан үтә. Шуларҙы кемгәлер һөйләйһе, иҫтәлектәр менән уртаҡлашҡы килә. Үҙем хәҙер оҙаҡламай, бер нисә йылдан, 80 йәшкә аяҡ баҫасаҡмын. Олатайҙар, өләсәйҙәр һөйләгәндәрҙе ваҡытында ҡыҫҡа ғына итеп яҙып барҙым. Байназаровтар ғаиләһенә килен булып төштөм. Улар ҙа күмәк ғаилә ине. Ғаилә башлығы Ярулла Байназаров - нәҫел сығышы менән Яманһары ауылына нигеҙ һалған Яманһары Яппаровтың вариҫы. Ул үҙенең үткәнен бик ентекләп аңлатып һөйләргә ярата торғайны.


Атаһынан 9 йәшендә, әсәһенән 13 йәшендә йәтим ҡала. Уны әсәһенең ҡустыһы Абдулла үҙ тәрбиәһенә алып үҫтерә. Бала, үҫмер сағы 1917-1919 йылдарға тура килә. Уның башынан үткән бер хәлде яҙып үтергә теләйем.

«Ауылға берсә ҡыҙылдар ингән, берсә аҡтар баҫып алған, тигән аңлашылмаған һүҙҙәр йөрөнө, - тип һөйләй торғайны ул. - Аттар менән берсә һыбай, берсә арбаларҙа ят, танымаған кешеләр менән ауыл тулы була. Бер көндө урамда Сәғит Әлибаев менән мине ике һыбай тотоп алдылар ҙа, ошо ат менән, Каширингә пакет алып, Фәлән тигән кешегә илтеп тапшыраһығыҙ, тинеләр. Беҙ һорап та торманыҡ, ваҡыт та бирмәнеләр, ҡабаландырҙылар. Барып етеп, ул кешеләрҙе табып, пакетты ҡулдарына тапшырҙыҡ. Ауылға ҡайтып кереүебеҙ булды, беҙҙе бер төркөм кешеләр уратып алдылар ҙа арбаға ултыртып ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер нәмә аңламаныҡ. Ҡайҙалыр килеп туҡтаныҡ, беҙҙе һөйрәкләп төшөрөп бер подвал һымаҡ ергә бикләп тә ҡуйҙылар. Бер нисә көн үткәс кенә бының төрмә икәненә төшөндөк. Унда беҙгә яҡын ғына Торай тигән ауылдан, Туҡмаҡ тигән ауылдан ике кеше бар ине. Улар менән һөйләшеп, һүҙ ҡуйышып, төнлә төрмәнең иҙәнен ҡаҙып, кеше һыйырлыҡ тишек эшләп, шунан сығып ҡастыҡ. Көндөҙ урманда ятабыҙ, төнлә ашлыҡ араһынан әкрен генә ауыл яғына атлайбыҙ. Яманһарыға яҡынлашҡас, теге ике кеше үҙҙәренең ауылдарына ҡайтып китте. Таң атып килә ине, беҙ иһә үҙебеҙҙең туғайға төшөп, көндөҙ шунда ятып, төнлә генә ауылға ҡайтырға иҫәп тота инек. Бер ваҡыт һауа ярып сыбыртҡы тауышы, ат тояҡтары тауышы ишетелде. Беҙ тиҙ генә бейек ярлы Оло күлгә төштөк. Күл сите ағаслыҡ, былай күренмәй, әгәр беҙҙең яҡҡа килә башлаһалар, күлгә төшөп ағасҡа тотоноп ултырырға ине иҫәп. Ул ваҡытта ауылға туғайҙан тура юл бар ине. Теге һыбайлылар бер ауылға, бер кирегә сабып үттеләр ҙә тынып ҡалдылар. Инде таң атып, көн яҡтырҙы. Сентябрь айы ине. Беҙ ас, һыуыҡ, өшөтә. Аслыҡтан, ниндәй үлән булһа, шуны сәйнәйбеҙ, күлдән һыу эсәбеҙ. Шулай итеп көн кискә ауышты. Ҡараңғы төшкәс, Сәғит менән икәүләп әкрен генә ауылға ҡайтып, Абдулла ағайымдарға керҙек. Ағайым беҙҙе баҙына төшөрөп йәшерҙе. Ауылды аҡтар баҫып алды, хәҙер һеҙҙе эләктерәләр, пакет менән һеҙҙе ҡыҙылдар ебәргәнен улар белә бит, ти.

Шулай итеп, бер нисә көн буйына баҙҙа яттыҡ. Бер көндө Абдулла ағайым баҙҙы асты ла: «Егеттәр, сығығыҙ, ауылға ҡыҙылдар килеп керҙе, улар бик күп, хәҙер тыныс булыр инде», - тип беҙҙе баҙҙан сығарҙы. Шунан һуң инде Яманһарыла гел «Совет власы» тигән һүҙ йөрөнө. Шуның менән йәшәп алып киттек», - тип һүҙен тамамлай ине.

Ярулла Байназаров 1991 йылда 92 йәшендә вафат булды. Сәғит Әлибаев аҙаҡ Башҡорт АССР-ының мәғариф министры дәрәжәһенәсә үҫте. Ул һәр ваҡыт Яманһарыға, ике туғаны Әхмәт Дауытовҡа, ҡайтып йөрөнө. Беҙ улар менән күрше генә йәшәнек. Сәғит ағай ҡайтҡан һайын, уны өй беренсә йөрөтөп ҡунаҡ итәләр ине. Шунда мин уларҙың әңгәмәләрен мауығып тыңлай торғайным. Был үткән быуаттың 60-сы йылдары ине.
Читайте нас: