Все новости
Хәтер
18 Января 2019, 11:08

ӘСЕ ЯҘМЫШ

Илебеҙҙәге 1917 йылғы революциялар, унан һуңғы репрессиялар, кулаклыҡта ғәйепләп ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡулға алыуҙар башҡорт халҡын да ситләп үтмәй. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостанға, башҡорт халҡына уның йоғонтоһо ғайәт ҙур була. Бер кеше яҙмышы аша хатта тарихтың ниндәйҙер осорон күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Һәр бер кешенең яҙмышы - үҙе йәшәгән осорҙоң сағылышы бит ул. Ҡәйнәм Баныу Вәлиева әсәһе Сәғиҙә Нурулла ҡыҙы Биктимерова хаҡында тәүге тапҡыр ғына бәйән итмәй. Уның һөйләгәндәре «Юшатыр» гәзите уҡыусыларын да битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайым. Тик кешеләрҙең, ауылдарҙың исемдәре үҙгәртеп бирелде.

Илебеҙҙәге 1917 йылғы революциялар, унан һуңғы репрессиялар, кулаклыҡта ғәйепләп ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡулға алыуҙар башҡорт халҡын да ситләп үтмәй. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостанға, башҡорт халҡына уның йоғонтоһо ғайәт ҙур була. Бер кеше яҙмышы аша хатта тарихтың ниндәйҙер осорон күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Һәр бер кешенең яҙмышы - үҙе йәшәгән осорҙоң сағылышы бит ул. Ҡәйнәм Баныу Вәлиева әсәһе Сәғиҙә Нурулла ҡыҙы Биктимерова хаҡында тәүге тапҡыр ғына бәйән итмәй. Уның һөйләгәндәре «Юшатыр» гәзите уҡыусыларын да битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайым. Тик кешеләрҙең, ауылдарҙың исемдәре үҙгәртеп бирелде.


Сәғиҙә Бағырлы тигән ауылда 1920 йылда Нурулла менән Мәрзиә ғаиләһендә тыуған. Нурулла - ҡулынан эш килгән, егәрле һәм үҙ ваҡытына күрә ауылдың хәлле генә кешеһе иҫәпләнә. Әбейе мәрхүмә булып, алты ҡыҙы менән яңғыҙ ҡалғас, күрер күҙгә күркәм Мәрзиәне ҡатынлыҡҡа һората. Мәрзиә Тирәкле тигән күрше ауылдан бик ярлы ғаиләнән була. Нурулла ҡарт киләсәктә йорт һалырға һәм мәһәренә һыйыр бирергә вәғәҙә иткәс, ҡыҙҙарын, ниһайәт, кейәүгә бирергә ризалашалар. Бабай һүҙендә тора: яҡшы йорт һалып бирә, һыйырын да килешкәнсә мәһәргә бирә. Алты ҡыҙҙың өсәүһе йәш ҡатын Мәрзиәнән олораҡ була.

Бағырлы - заманында үҙ баҙары, мәсете булған ҙур ғына ауыл. Нурулла бабай ауылдағы кейәүҙәре, туған тейешле Абдулла бабай ғаиләһе менән иген үҫтереп, бер нисә һыйыр, ике йылҡы, күпләп кәзә-һарыҡ аҫрап, матур итеп донъя көтөп йәшәй.

Бер ваҡыт коммуна ойошторолоп, байҙарҙы тентеү, эҙәрлекләү башлана. Нурулланың мал-тыуарын, ашлыҡтарын ғына түгел, хәләл көсө менән йыйған донъяһын туҙҙырып, өй эсендәге бер нәмәһен ҡалдырмай алып сығып китәләр. Көн һайын тиерлек килеп: «Ҡалған малдарыңды ҡайҙа йәшерҙең?» - тип, ҡартты туҡмайҙар. Был туҡмалыуҙан һуң бабай имгәнеп тора алмаған. Мәрзиә, ҡарты имгәнгәс, уны ташлап ауылына ҡайтып китә.

Бабайҙың бер туғаны Абдулланы Баймаҡ яғына ҡыуғандар. Бер туғандары Зөләйха менән Рамаҙан ауылда ҡала. Һуңынан был бер туғандар башҡаса бер ҡасан да күрешмәйенсә йәшәп донъя ҡуялар.

Үрҙә әйтелгәнсә, Мәрзиә имгәнгән Нурулланы, 8 йәшлек Сәғиҙәне, мейес башында аңһыҙ булып ҡыҙылса менән ауырып ятҡан Закир менән Рәйсә балаларын ҡалдырып Тирәкле ауылына ҡайтып китә. Мәрзиә шул балаларҙы, үҙе ярҙамға мохтаж булып ятҡан ҡартҡа ни йөрәге менән ташлап киткәндер, уныһы беҙгә ҡараңғы. Бәлки, ғүмер буйы кулак ҡатыны мөһөрөн күтәреп йөрөү ҡурҡынысы шул аҙымды яһарға мәжбүр иткәндер.

Ошо ауырыуҙан ике бала үлеп ҡала. Сәғиҙә олораҡ булғанғамы икән, ғүмере лә булғандыр инде, иҫән ҡала. Нурулла ҡарттың оло ҡыҙы менән кейәүе уларҙы ҡарай. Элек тиҙәк һуғып, киптереп, шуны яндырып, ҡаҙан элеп ашын да бешергәндәр, сәйен дә шунда ҡайнатҡандар. Сәғиҙә лә яйлап ҡул араһына керә. Йәйгә аяҡ баҫҡас, бабай: «Бар, ҡыҙым, әсәйеңде алып ҡайт», - тип 5-6 саҡырым алыҫлыҡтағы ауылға ебәрә.

Ҡыҙ, ҡыуанысынан, ауылға бер туҡтауһыҙ йүгерә, әсәһенә атаһының үтенесен еткерә. Әммә әсәһе өйгә ҡайтмаясағын белдереп, кире бороп ҡайтарып ебәрә. Сәғиҙә юл буйы ғәрлегенән илап ҡайтып барыуын ғүмер буйы онотмай.

Бар ауыл халҡы һабантуйға ҡуҙғалғанда, Нурулла ҡарт фани донъя менән хушлаша. Бына шунан алып Сәғиҙә өсөн михнәттәр башлана ла инде. Кулак балаһы, тип үҙ өйөнән ҡыуып сығарып, унда сит кешеләрҙе индерәләр. Уҡырға барған еренән, кулак балаһы, тип мәктәпкә индермәйҙәр. Күрше Абдрахман исемле уҡытыусы, мин, хеҙмәттән ҡайтҡас, һине уҡытырмын, ә һин Вәғизә апайыңа балаларҙы ҡарашып тор, ти. Әммә һуғыш башланып, ул шул китеүҙән ҡайтмай.

Сәғиҙәне Ғәрифә исемле ҡарсыҡ үҙенә йәшәргә индерә. Ун ике йәштән ауыл фермаһына башҡа ҡыҙҙар, егеттәр менән бергә эшкә инә, һарыҡтар ҡарай. Ситкә эшкә ебәреүҙәр башлана. Яҡлаусыһыҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған Сәғиҙәгә һис тынғы юҡ. Бер ваҡыт башҡа ҡыҙҙар менән Мәскәү янындағы Владимир тигән ауылға килтерәләр. Бик яҡында ғына һуғыш бара, шартлауҙан тәҙрә өлгөләре сылтырап тора. Көндөҙ ҡыҙҙар емерелгән йорттарҙың сүптәрен өйһә, төндә яралыларҙы бәйләргә, пистолет, мылтыҡтарҙы һүтеп-йыйырға өйрәнәләр.

Бер көндө ике милиционер килеп Сәғиҙәне алып китә. Һаман да бөтә бәлә кулак балаһы булыуынан икәнен аңлап үртәләнә ул. Ҡыҙҙы баржаға ултыртып һыу буйлап Себерҙәге төрмәгә урман киҫергә алып китәләр. Сәғиҙә менән өс ҡыҙ эшләй. Уларға ағас ҡырҡыу буйынса көндәлек норма ла билдәләнә. Ҡырҡҡан ағастарҙы ботаҡтарҙан таҙартып, бүрәнә итеп өйөп ҡуйыу, ботаҡтарын яндырыу - ҡыҫҡаһы тын алырға ла ирек бирмәйҙәр. Көндәлек норманы үтәһәң генә икмәк, һоло, тәмәке тәтей. Һуңғыһын тартҡан кешеләргә биреп, икмәк-һолоға алмаштыра Сәғиҙә. Былай тамағы туҡ, әммә үҙәккә үтерлек һалҡындарға түҙерлек түгел. Бер көн бик ҡаты һалҡында аяҡ-ҡулдарын туңдырып, иҫен юғалтып йығыла. Төрмә дауаханаһында ғына аңына килә ул. Дауалаусы табип йәш ҡыҙҙың «шәхси эше» менән танышып, кулак балаһы булғаны өсөн ошо төрмәгә эләккәнен белә. Иң ҡыуандырғаны шул: был табип бәләкәй сағында атаһы менән Бағырлы баҙарына йөрөгән. Табип та малай ваҡытындағы хәтирәләре менән Сәғиҙәнең бала сағын, икеһе лә атайҙарына эйәреп йөрөгән ҡыуаныслы бала саҡ мәлдәрен төҫмөрләй. Табип сығышы менән Ырымбур юлы буйында ултырған Васильевка тигән ауылдан була. Боларыш ваҡытында был малайҙы ла кулак балаһы тип эҙәрлекләй башлағас, Ырымбурҙағы бабайы уның документтарын үҙгәртеп, кулак балаһы мөһөрөн юйҙыртып, табиплыҡҡа уҡыта. Табип Сәғиҙәгә, мин һине дауалап, төрмәнән сығырға ярҙам итермен, ти. Ҡурсалаусы һүҙендә тора, уға юллыҡ аҡса, ашарға биреп, баржаға тиклем оҙата. Унда үҙенең ышаныслы кешеһенә беркетеп, алып ҡайтырға ҡуша. Сәғиҙәнең аҡсаһын да, документтарын да ошо оҙон плащ кейгән кешегә тапшыра. Был кеше лә үҙенең ҙур ҡапсығы менән сумаҙанын Сәғиҙәгә биреп, һораһалар, үҙемдеке, тип әйтергә ҡуша. Бының шикле әйберҙәре менән мине уғрылыҡта ғәйепләп тағын төрмәгә ултыртып ҡуймағайҙары, тип ныҡ борсола ҡыҙ. Ниһайәт, Өфөгә лә барып етәләр. Теге юлдашы ла, Сәғиҙәгә аҡсаһын, документтарын тапшырып, үҙ юлы менән китә. Ул заманда йәйәүләп тә, ат менән дә юлда йөрөүселәр күп була. Кейемдәре ҡот осҡос хәлдәге Сәғиҙә кешегә туҡтап тормай. Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат менән бер нисә көндә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Атаһының оло ҡыҙына юллана. Ике йыл инде хәбәре лә булмаған Сәғиҙәне иҫән-имен күреп, яҡындары бик ҡыуана.

Элек бергә йәшәгән Ғәрифә әбейгә инеп йәшәй башлай. Туғандары, тәүге һоратҡан кешегә кейәүгә сыҡ, былай яңғыҙ булһаң, тағын ситкә ебәрерҙәр, тип кәңәш итә. Шуға ла бер көндө, күрше ауылдан яусы килгәс, Сәғиҙә күп уйлап тормай ризалаша. Был ирҙең ҡатыны бала тапҡанда үлеп киткән, уның яңы ғына атлай башлаған бер йәштәр самаһындағы ир балаһы була. Дүрт йыл йәшәгәндән һуң ҡыҙ балалары тыуа. Аслы-туҡлы көн иткән, һуғыштан һуңғы юҡлыҡ ваҡыты. Ауылда ирҙәр юҡ, тол ҡатын-ҡыҙҙар күп. Ире Сәғиҙәне ҡыуып сығарып, икенсе йәш ҡатын ала. Туғандары Сәғиҙәне, картуфыңды ҡаҙып алмайынса айырылма, һыйырыңды ла алып ҡайт, балаңды үҫтерергә кәрәк бит, тип өйрәтәләр. Сәғиҙә, төнөн үҙенең һыйырына ике тоҡ картуф бәйләп, балаһын күтәреп, атаһы яғынан туған тейешле Зарифаға барып төпләнә.

Күп ауырлыҡтар кисереп Сәғиҙә балаһын яңғыҙы үҫтерә. Үҙ донъяһы барлыҡҡа килеп, бер аҙ тормошо яйланғас, ҡасандыр ауыр яҙмышҡа дусар итеп ташлап киткән әсәһе Мәрзиә уның ғүмер юлында пәйҙа була. Сәғиҙә уны күптән ғәфү иткән, шулай ҙа бала сағындағы үпкәһе ғүмерлеккә йөрәгендә уйылып ҡала. Мәрзиәгә булған үпкәле хис-тойғоларын үҙенең берҙән-бер ҡыҙы Баныу менән уртаҡлашҡан ул.
Читайте нас: