Все новости
Хәтер
8 Февраля 2019, 14:24

ЯУГИР ИГЕНСЕ

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм Ленинградты фашистарҙан азат итеүсе яҡташыбыҙ - Абдул ауылы егете Мәһәҙи Әҙеһәмовҡа бер нисә көндән 98 йәш булыр ине. Үкенескә ҡаршы, ул 1989 йылда арабыҙҙан китеп барҙы.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм Ленинградты фашистарҙан азат итеүсе яҡташыбыҙ - Абдул ауылы егете Мәһәҙи Әҙеһәмовҡа бер нисә көндән 98 йәш булыр ине. Үкенескә ҡаршы, ул 1989 йылда арабыҙҙан китеп барҙы.

Мәһәҙи Абҡадир улы 1921 йылдың 10 февралендә Абдул ауылында тыуа һәм 7-се класҡа тиклем Яҡуп мәктәбендә уҡый. Бер аҙ колхозда эшләгәс, егетте Стәрлетамаҡтағы бер нисә айлыҡ комбайнсылар әҙерләү курсына уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағас, тыуған колхозы баҫыуҙарында комбайнда эшләй. Шулай итеп, ул бар ғүмерен игенсе булып тыуған ерендә туҡ башаҡлы иген үҫтереү кеүек изге эшкә арнарға ҡарар итә. Тик был яратҡан һөнәренән оҙаҡ йылдар уға айырылып торорға тура килә. Ваҡыты еткәс, 1940 йылда, хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Амур өлкәһендә хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уларҙың частәрен Ленинградты һаҡларға ебәрәләр. Мәһәҙи Әҙеһәмов блокаданы өҙгәнсе, меңдәрсә яугирҙар менән бер рәттән, немец фашистарына ҡаршы көрәшә. Артабан фронт юлын дауам итеп, Еңеү көнөн Германияла ҡаршылай. Ҡалған хәрби хеҙмәт срогын Польшала тултырып ҡуя һәм 1946 йылда, түшенә күп миҙалдар тағып, тыуған ауылына, Абдулға, әйләнеп ҡайта.

Ҡайтыу менән яратҡан эшенә тотона: комбайнда йылдың-йылы бик күп гектарҙа ашлыҡ һуға. Совет хөкүмәте яугир игенсенең тырыш хеҙмәтен юғары баһалай, һәм ул 1957 йылда ВДНХ-ла ҡатнаша, шул уңайҙан Мәскәүгә барып ҡайта.

1957 йылда бер нисә колхозды ҡушып «Мораптал» совхозы ойошторола. Мәһәҙи Абҡадир улы яңы хужалыҡта ла тырышып эшләй, алдынғы шофер булып китә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән наградлана, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә.

Ауылдаштары уны һәйбәт ғаилә башлығы булараҡ та яҡшы белә. Хәләл ефете менән алты балаға ғүмер бирәләр. Уларҙы, кеше итеп, аяҡҡа баҫтыралар.

Мәһәҙи ағай 77 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы. Үҙе китһә лә, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек яҡташтарының хәтер түрендә ҡәҙерләп һаҡлана.
Читайте нас: