Все новости
Хәтер
15 Февраля 2019, 13:00

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә

Һуғыш ваҡытында ла, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла Абдул ауылының үҫмер егеттәре тракторҙа эшләгән, ә ҡыҙҙары прицепчик булған. Уларға көн дә юҡ, төн дә юҡ, гел яланда эштә булғандар. Барыһы ла бик ас бит инде. Бер тракторсының аслыҡтан шул хәтлем дә хәле бөткән. Был егет күп балалы ғаиләнән, атаһы һуғышта. Дүрт ҡыҙ, уны йәлләп, өйҙә ҡурмас яһап алып килеп ашатайыҡ тип, устарына әҙерәк бойҙай урлап йомғандар. Яланда ут яғып булмай, йыраҡтан да һағалап ҡына йөрөйҙәр. Аптырағас, бойҙайҙы эстәренә йәшергәндәр.

Һуғыш ваҡытында ла, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла Абдул ауылының үҫмер егеттәре тракторҙа эшләгән, ә ҡыҙҙары прицепчик булған. Уларға көн дә юҡ, төн дә юҡ, гел яланда эштә булғандар. Барыһы ла бик ас бит инде. Бер тракторсының аслыҡтан шул хәтлем дә хәле бөткән. Был егет күп балалы ғаиләнән, атаһы һуғышта. Дүрт ҡыҙ, уны йәлләп, өйҙә ҡурмас яһап алып килеп ашатайыҡ тип, устарына әҙерәк бойҙай урлап йомғандар. Яланда ут яғып булмай, йыраҡтан да һағалап ҡына йөрөйҙәр. Аптырағас, бойҙайҙы эстәренә йәшергәндәр.

Ҡыҙҙар төнлә эштән ҡайтып килгәндәрендә бер ҡатын ҡаршыларына килеп сығып, уларҙы сисендереп тентеү яһаған. Тотолғандар. Был хәл тураһында тейешле урынға хәбәр иткәндәр ҙә иртәнсәк ҡыҙҙарҙы алып киткәндәр һәм Яҡшымбәткә алып барып ябып ҡуйғандар. Һаҡсы Абдулдан барып еткәнсе ҡыҙҙарға мылтығын терәп барған. Бер ҡыҙ, тышҡа сығам, тип юлдан ситкәрәк киткән икән, һаҡсы мылтыҡ приклады менән уға ныҡ итеп килтереп һуҡҡан, ҡыҙыҡай ергә тәгәрәгән.

Иртәнсәк ике милиция люлкалы мотоцикл менән килгәндәр, бойҙайҙарын үлсәгәндәр, 300 грамға тулмаған. «Шуның өсөн килдегеҙме? Ярар, барығыҙ Ермолаевоға», - тигәндәр ҙә ҡайтып киткәндәр. Ҡыҙҙар Яҡшымбәттән йәйәүләп Ермолаевкаға барғандар. Барғас, ябып ҡуйғандар.

Суд булған, быларҙы һигеҙәр йылға ултыртҡандар. Ул ҡыҙҙарҙың исемдәре: Йәүһәриә Әҙеһәмова, Гөлзифа Ноғоманова, Ғизелбанат Кәримова, Мөкәрәмә Ғөбәйҙуллина. Был апайҙарҙың һуғыш осоронда тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре «1941-1945 йылдарҙағы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән дә бүләкләнгән булған. Ғизелбанат апайҙың ике балаһы бар, ире һуғышта үлгән, уны күрһәтмәгәндәр. Абдулда Фәттәх Әҙеһәмов бабай заманына күрә белемле генә булған, НКВД кешеләрен уларға фатирға кереткәндәр, бабайҙың әбейе, милицияларға гел ситтән ҡарап, асыуланып йөрөй икән. Фәттәх бабайҙан: «Нишләп гел улайтып йөрөй ул?», - тип һорағандар. Йорт хужаһы ҡыҙҙарын нисек төрмәгә ултыртҡандарын быларға һөйләп биргән. Милиция яҙып алып киткән дә өс йыл ултырырға өлгөргән ҡыҙҙарҙы юллап төрмәнән сығартҡан. Шулай булғас, улар нисек артабан ауылда йәшәһен. Йәүһәриә апайҙың бер малайының битен дегеткә буяп ҡайтарыусылар булды. Әгәр Фәттәх бабай ярҙамы менән был ҡыҙҙарҙы ҡотҡармаһалар, улар шунда, төрмәлә, бәлки, үлеп тә ҡалырҙар ине.

Мөкәрәмә апайҙың атаһы, Ғарифулла мулланы, атырға хөкөм итеп алып киткәндәр, ә әсәһе ҡыҙы өсөн ҡайғырып, уның төрмәнән ҡайтҡанын көтөп ала алмайынса үлеп киткән. Мөкәрәмә лә ситкә сығып китмәй нишләһен инде, берәйһенә берәй һүҙ әйтеп ҡара, хәҙер «тюремщик» тип кенә ҡысҡыралар.

Гөлзифа апай кейәүгә сығып, бала тапҡан сағында үлде, ҡыҙы ҡалды, төрмәлә ауырыуға әйләнгән булғандыр инде, сөнки ул ябыҡ ҡына ине.

Мөкәрәмә апай Үзбәкстанға сығып китеп, Күмертау төҙөлгәс, шунда ҡайтып йәшәне. Күргән һайын башынан үткәндәрен илай-илай һөйләй торғайны. Хәҙер баҡыйлыҡҡа күсте.

Йәүһәриә апай Ҡырмыҫҡалы районында килене менән йәшәй, 92 йәштә. Ул заманында ҙур бер изгелек эшләне: Ҡарағалпаҡстандан Абдул, Ҡарай ауылдары халҡына һөт ағыҙырға тип сепарат алып ҡайтып бирҙе. Шуны ла ҡайһы берәүҙәр, күрә алмайынса, уға «спекулянт» тигән яманат тағып маташты. Уның да миҙалын юллап алып бирҙем. Иҫән-һау ғына йәшә инде, Йәүһәриә апай.

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тип белмәй әйтмәй халыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың ауылдаш тракторсы егеткә үҙҙәренсә ярҙам итергә тырышыуы уларҙың яҙмышына бына ниндәй ҡайғы-хәсрәттәр килтергән. Бындай хәлдәр башҡаса ҡабатланмаһын, тарихта ғына ҡалһын ине.
Читайте нас: