Все новости
Хәтер
1 Марта 2019, 12:40

Миңнинур СӘЙФЕТДИНОВА

Ағас тамыры ныҡлы булһа, елгә бирешмәй. Үткән йыл Ғаилә йылы булды. Быйылғыһы -Театр йылы. Шуны уйлап ултырам: ғаилә менән театр нисектер бер-береһенә бәйле, оҡшаш кеүек. Театр шул ғаилә тормошонан башлана, тип әйтәһем килә.

Ағас тамыры ныҡлы булһа, елгә бирешмәй. Үткән йыл Ғаилә йылы булды. Быйылғыһы -Театр йылы. Шуны уйлап ултырам: ғаилә менән театр нисектер бер-береһенә бәйле, оҡшаш кеүек. Театр шул ғаилә тормошонан башлана, тип әйтәһем килә. Һәр ғаиләнең үткәне, хәҙергеһе, киләсәге театр сәхнәһендәге ваҡиғалар кеүек бер-бер артлы күҙ алдынан үтә: яҡшы яҡтары ла, насары ла, ҡыуаныстары ла, борсолоуҙары ла, ҡайғылары ла … Мин үҙем Яманһары ауылындағы ҙур Батыршиндар ғаиләһендә тыуып үҫтем. 10 бала: 6 ҡыҙ, 4 ул инек. Атайым һуғыштан II төркөм инвалид булып ҡайтты. Хәҙер инде был ғаиләнең балалары - үҫеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан оло йәштәге инәй менән бабайҙар. Туғандар бергә йыйылғанда бала, үҫмер саҡтарҙы, мәктәптә уҡыған йылдарҙы иҫкә алып һөйләшеп ултырабыҙ. Кейем юҡ, ашау яғы насар, уҡыу әсбаптары ла юҡ. Шулай ҙа йәшәргә тырыштыҡ. Кем нисек булдыра ала, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, тик ултырырға ваҡыт булманы. Ауылда ул ваҡытта иң ҙур ғаилә беҙ инек. Әсәй эшкә китһә, бөтә донъя мәшәҡәттәре беҙҙең елкәгә төштө. Ике баҡса картуф, ҡабаҡ, сөгөлдөр сәсеп, уларҙы эш итә инек. Йәшелсәне лә бик күпләп ултырттыҡ. Олатай менән өләсәй тәмәке лә сәсә ине. Утау, һыу һибеү, беҙҙең өҫтә ине. Ауыл халҡы баҡсаны бик ултыртып барманы. Һыу һибеү мәсьәләһе ҡыйын ине. Ә беҙ һыуҙың эргәһендә генә йәшәнек. Илле метр аранан яланаяҡ йүгерә-йүгерә һыу ташығаныбыҙ әле лә күҙ алдымда тора. Яҙ етһә, өләсәйҙәр менән яланға сығып ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ йыйҙыҡ. Уларҙы турап, парлап, киптереп ҡышҡылыҡҡа тоҡсайҙарға һалып һаҡлай инек. Еләк, муйыл, ҡыҙыл һәм ҡара бөрлөгән, балан, миләш йыя инек. Уларҙан төрлө-төрлө тәмле ҡаҡтар яһанылар. Бәпкә үләне, атҡолағы, кесерткән япраҡтары йыйып аш бешерә ине ауылдаштар. Беҙ үҫкәндә туйғансы икмәк ашауҙар булманы. Шулай ҙа үҫтек, бала, үҫмер саҡтар артта ҡалды.

Инде артабанғы тормош юлын яҙып үтәһем килә. Ғаиләбеҙҙә татыулыҡ өҫтөнлөк итте, һәр кем үҙенә тейешле эште белеп башҡарҙы. Беҙҙе, бәлки, юҡлыҡ, донъя мәшәҡәттәре берләштергәндер. Оло ағайым Рафаэль Мораҡ механизациялау училищеһын тамамлап, тракторсы, шофер, бригадир һөнәрҙәренә уҡып, 40 йыл буйы эшләп пенсияға сыҡты. Миңә, ғаиләләге оло ҡыҙ булараҡ, уҡыу эләкмәне, әсәйҙең төп ярҙамсыһы инем. Һөнәремде малсылыҡҡа бәйләп, шунан хаҡлы ялға киттем. Роза һылыуым да үҙенең бар ғүмерен һауынсы һөнәренә бәйләне, әле хаҡлы ялда. Ғаиләбеҙҙә, әлбиттә, төрлө һөнәр эйәләре булды. Ләлә, Лилиә һылыуҙарым Салауат ҡалаһында медучилище тамамлап, юллама буйынса эшкә ебәрелеп, хаҡлы ялға тиклем шул һөнәрҙәренә тоғро ҡалдылар. Камил ҡустым төҙөүсе, шофер булып ауылыбыҙҙа эшләп, пенсияға сыҡты. Рауил ҡустым Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап үҙебеҙҙең «Көйөргәҙе» совхозында, Яманһарыла, агроном, бүлек идарасыһы булып эшләп, хәҙер ялда. Рәйсә һылыуым Салауат ҡалаһында кассир-контролер колледжын тамамлағандан һуң Ейәнсура районына эшкә ебәрелде. Унда күп йылдар контролер, һатыусы, почта бүлеге етәксеһе булып эшләп, ялға сыҡты. Резеда һылыуым оҙаҡ йылдар машиналар эшләү заводында токарь эшен башҡарҙы. Инде һуңғы байтаҡ йылдарын Башҡорт гимназияһында эшләүгә арнаны. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, шундағы эшен дауам итә. Унынсы туғаным - Фаил Ғәзиз улы Батыршин хеҙмәт юлын «Ватан» кооперативында дауам итә. Ул Өфө кооперация техникумын тамамлағайны, шул һөнәренә бәйле ғүмеренең күп өлөшөн Көйөргәҙе районы райпоһы кооперативының ит-колбаса бүлегендә эшләне. Быйыл 55 йәшен тултырҙы.

Йәшәгән өйҙөң нигеҙе, түбәһе ныҡ булһа, өй оҙаҡ һаҡлана. Шуның кеүек ғаилә, туғандар татыу, берҙәм икән, йәшәүе лә күңелле бит ул. Бер-береңә ярҙамсы булһаң, донъя ауырлыҡтары һиҙелмәй. Татыулыҡ ғаиләлә иң ҙур урын алып тора. Ундай саҡта ҡайғыңды ла, шатлығыңды ла бергә уртаҡлашыр кешең була. Беҙҙе ҡайғылар ҙа урап үтмәне. Күптәребеҙ йәшләй генә тормош иптәштәребеҙҙе юғалттыҡ, бала ҡайғыһы ла ситләп үтмәне. Шулай ҙа беҙ, Батыршиндар, бер-беребеҙгә таяныс, терәк, кәрәк һәм берҙәм булып, ҡайғыларҙы күтәрҙек, бергә үткәрәбеҙ. Аллаға шөкөр, нәҫелебеҙҙә барлығы 132 кеше. Бер хыялыбыҙ бар: бөтәбеҙ ҙә иҫән саҡта тыуған йортобоҙға йыйылып, Батыршиндар нәҫеленең осрашыуын үткәрергә ине, сөнки бер кем дә был донъяла мәңгелек түгел.
Читайте нас: