Все новости
Хәтер
17 Мая 2019, 15:17

«Балаларым - минең бәхетем»

Быйыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдəлəне. Ҡыҙға- нысҡа, ил һаҡлаусыларҙың бик күбе һуғыш яланында ятып ҡалды, ə иҫəн ҡайтҡандары ла хəҙер бик аҙ ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ араһында Ғизетдин Илбулов та бар ине. «Ине» тип яҙы- рға тура килə. Ауыр тупрағы еңел булһын.

Быйыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең

74 йыллығын билдəлəне. Ҡыҙға-

нысҡа, ил һаҡлаусыларҙың бик күбе

һуғыш яланында ятып ҡалды, ə иҫəн

ҡайтҡандары ла хəҙер бик аҙ ҡалды.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан

яҡташтарыбыҙ араһында Ғизетдин

Илбулов та бар ине. «Ине» тип яҙы-

рға тура килə. Ауыр тупрағы еңел

булһын.

Ғизетдин Саҙрый улы Илбулов

1918 йылдың 22 декабрендə Яңы

Мораптал ауылында ярлы крəҫтиəн

ғаилəһендə тыуған. Тыуған ауылын-

да 7-се синыфты тамамлағас, Киров

исемендəге колхозда тəүҙə төрлө

эштəрҙə ҡатнаша, ə 1934 йылда 16

йəшлек үҫмер тракторҙар брига-

даһының хисапсыһы булып эшлəй

башлай.

1938-1944 йылдарҙа əрме сафында

хеҙмəт итə. Владивосток хəрби-техник

училищеһын тамамлай, кесе лейте-

нант исемендə Хабаровск Үҙəк фрон-

тының 354-се уҡсылар дивизияһында

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ауыр яра алып, Иваново ҡалаһын-

дағы 3825-се һанлы хəрби госпиталдə

оҙаҡ ҡына ваҡыт дауаланғандан һуң

1944 йылдың мартында хəрби хеҙмəт-

тəн бушатыла. Тыуған яғына ҡай-

тҡас, бер нисə ай дауаланғандан һуң,

Таймаҫ урта мəктəбенə хəрби хеҙмəт

буйынса уҡытыусы булып эшкə

урынлаша. 1944 йылдың көҙөндə

Үрге Мотал ауылы ҡыҙы Нурйыһан

Сəлəхи ҡыҙы менəн өйлəнешеп, ма-

тур ғаилə ҡороп ебəрəлəр. Мөхəббəт

емеше - ҡыҙҙары Тамараға ғүмер би-

реп, атай-əсəй булалар.

1946-1956 йылдарҙа Ғизетдин

Саҙрый улы Көйөргəҙе районы əҙер-

лəүҙəр контораһы агенты булып

эшлəй. 1956-1958 йылдарҙа «Көй-

өргəҙе» мал һимертеү совхозында

хеҙмəт итə.

1958 йылда Илбуловтар ғаилəһе

«Мораптал» совхозының Һалҡын

Шишмə бүлексəһенə килеп урынла-

ша.

Ғизетдин Саҙрый улы менəн Нурй-

ыһан Сəлəхи ҡыҙы яратышып ғаилə

ҡорғандан алып һуңғы көндəренə ти-

клем мөхəббəт усағын һүндермəйен-

сə һаҡлай. Улар һигеҙ балаға (ике ул,

алты ҡыҙ) ғүмер биреп, уларҙы оло

тормош юлына аяҡ баҫтыра. Балала-

ры əлеге көндə барыһы ла иҫəн-һа-

уҙар, төрлө яҡтарҙа матур ғаилə ҡо-

роп йəшəйҙəр.

Иң оло ҡыҙҙары Тамара һатыу-

сы булып эшлəп хаҡлы ялға сыға,

Өфөлə йəшəй. Улдары Йəҙкəр

- Һалҡын Шишмə ауылында үҙ

ғаилəһе менəн атай йорто тупһаһын

һыуындырмайынса тормош йəмен

белеп ғүмер итə. Нуриман 43 йыл

водитель булып эшлəп, бик күп

Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ бу-

лып, хаҡлы ялға сыға, Күмертауҙа

йəшəй. Ҡыҙҙары: Фирҙəүес, Фəниə,

Фəрзəнə ғаилəлəре менəн ошо уҡ ҡа-

лала йəшəйҙəр. Нурия Ҡаҙағстанда

йəшəй, пенсияла. Рəйсə Ташкентта

урынлаша.

- «Балаларым - минең бəхетем», -

тип ғорурланып йыш ҡабатлар ине

атайым, - тип һөйлəй Нуриман Ғи-

зетдин улы атай-əсəйҙəрен хəтергə

алып һөйлəшеп ултырғанда. - Мин

һуғышта ҡатнашыусы, тип күкрəк

һуғып йөрөмəне ул. Атайым да, əсəй-

ем дə киң күңелле, кешелəр менəн та-

тыу булдылар, ярҙамсылдар инелəр.

Бөтəбеҙҙең дə ҡəҙерлелəребеҙгə -

атай-əсəйҙəребеҙгə беҙҙе кеше итеп

тəрбиəлəп үҫтергəндəре өсөн рəхмə-

тебеҙ сикһеҙ, сөнки һəр кем йəшəү

программаһын бала саҡтан уҡ ғаилə

тəрбиəһенəн ала. Тормош, ҡыҙға-

нысҡа ҡаршы, бəхет-шатлыҡтарҙан

ғына тормай икəн шул. Атайыбыҙ

хаҡлы ялға сығып ике генə йыл

йəшəп ҡалды.

Эйе, тормош байрамдарҙан ғына

тормай. Ниндəй генə ҙур юғалтыуҙар

менəн бирелһə лə, был Бөйөк Еңеү

байрамы беҙгə тормош ауырлыҡта-

рын еңеүгə көс-дəрт, алдағы көндəрҙə

матур, тыныс тормошта йəшəүебеҙгə

ышаныс бирə.
Читайте нас: