Все новости
Хәтер
31 Мая 2019, 13:24

Беҙ-беҙ беҙ инек…

1949 йылда иҫ киткес матур тәбиғәтле, йәмле Яманғол ауылында күрше генә өйҙәрҙә 4 ҡыҙ бала донъяға килә. Улар бер туғандай бергә уйнап, Туғыҙтимер йылғаһында һыу инеп, буй еткәнсе бергә үҫә. Ул ваҡытта аҡбалсыҡҡа буялған, һалам башлы ауыл өйҙәре ике генә рәт булып аҡҡоштар кеүек теҙелешеп ултыра ине. Һәр өй ҡаршыһында баҡса, баҡсала тирәктәр үҫә. Урамдар йәшел хәтфә үлән ине.

1949 йылда иҫ киткес матур тәбиғәтле, йәмле Яманғол ауылында күрше генә өйҙәрҙә 4 ҡыҙ бала донъяға килә. Улар бер туғандай бергә уйнап, Туғыҙтимер йылғаһында һыу инеп, буй еткәнсе бергә үҫә. Ул ваҡытта аҡбалсыҡҡа буялған, һалам башлы ауыл өйҙәре ике генә рәт булып аҡҡоштар кеүек теҙелешеп ултыра ине. Һәр өй ҡаршыһында баҡса, баҡсала тирәктәр үҫә. Урамдар йәшел хәтфә үлән ине.

Беҙ шул үләндә тәгәрләп уйнап үҫтек. Туғыҙтимер йылғаһында һыу инеп, баҫмаларға ултырып йыраҡ ҡалаларға «юл тоттоҡ»: ағын һыу беҙҙе әлегәсә беҙ күрмәгән ҙур ерҙәргә алып китә, серле донъяларҙы күрһәтә, тип хыялланып уйнай инек. Беҙҙең бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып өләсәйҙәребеҙ ҡалған. Улар тормоштоң алтын бағанаһы ине. Ни эшләптер, беҙ Зөһрәләрҙә уйнарға ярата инек. Атаһы Хөрмәт бабай – бригадир, Нәҡиә инәй – һатыусы, икеһе лә көнө буйы эштә. «Өсәйҙәре» Хәҙисә инәй беҙҙе бер ваҡытта ла әрләмәй ине. Берәй еребеҙҙе ауырттырһаҡ, яраларыбыҙҙы бәйләп, шифалы тыны менән өшкөрөп ебәрә. Минең күҙемә арпа сығып яфалай торғайны, Хәҙисә инәйҙең кәлүше менән күҙемә төртөп имләгәне хәтеремдә. Урамда йөрөгән аяҡ кейеме менән имләһә лә, арпа бөтә торғайны.

Беҙ беренсе синыфҡа ла бергә барҙыҡ. Минең әнкәйем (өләсәйем) тирә-яҡҡа даны таралған тегеүсе ине. Ул беҙҙең дүртебеҙгә лә көрән саржанан күлдәк, ҡара сатиндан көндәлек алъяпҡыс, ә аҡ тауарҙан байрам алъяпҡысы тегеп кейҙерҙе. Беҙ игеҙәктәр кеүек мәктәпкә йөрөнөк. Арабыҙҙа иң шәп уҡығаны Зөһрә булды.

4-се синыфты тамамлап, Маяҡ ҡасабаһындағы интернат-мәктәпкә уҡырға киттек. Зөһрә унда ла алдынғы уҡыусыларҙың береһе булды: яҡшы уҡыны, спорт менән шөғөлләнде. Фәйрүзә өҙҙөрөп мандолинала уйнаны, бейеһә аҡҡоштар көнләшерлек итеп бейей торғайны. Минзифа менән мин йырларға яраттыҡ.

10 йыл бергә уҡығандан һуң яҙмыш елдәре беҙҙе илебеҙҙең төрлө тарафтарына таратты. Зөһрә йыраҡ Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында, Минзифа – Үзбәкстанда төпләнде, мин ғаиләм менән Яр Саллы ҡалаһында ғүмер иттем. Фәйрүзәбеҙ генә Күмертау ҡалаһында ҡалып, тормош иптәше менән ике ул үҫтерҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә матур ғаиләләр ҡорҙоҡ. Зөһрәлә ике ҡыҙ, ә Минзифа менән миндә икешәр ул үҫте.

Илле йыл ғүмер үтеп киткән. Тыуған ил шул тиклем ғәзиз була икән. Күп ғүмер ситтә йәшәһәк тә тыуған яҡ үҙенә тартты. Хаҡлы ялға сыҡҡас, беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтып төпләндек.

Етмеш йәшкә еткәс, беҙгә - дүрт әхирәткә, тыуған Яманғолыбыҙҙа осрашырға насип булды. Һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәне. Бала сағыбыҙҙы, хәсрәтһеҙ, ғәмһеҙ йәшлегебеҙҙе иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Йәш саҡтағы һымаҡ үрге остан түбәнге осҡа үттек, һыу буйында йөрөнөк, тирәктәрҙе ҡосаҡлап бала саҡты иҫкә төшөрҙөк. Беҙ бала саҡта бер ҡосаҡҡа һыйған тирәк, әле дүрт кешенең ҡоласына саҡ һыйҙы. Беҙҙең кеүек тирәктәр ҙә ҡартайған…
Читайте нас: