Мин яҡташым, полковник Роберт Тәлғәт улы Иҫәнгилдин менән Ҡазандағы башҡорттарҙың «Башҡорт йорто» исемле милли-мәҙәни автономияһында таныштым. Шулай уҡ Дуҫлыҡ йортондағы төрлө сараларҙа, байрамдарҙа һәм ғаиләләребеҙҙәге байрамдарҙа, башҡа сәбәптәр менән дә осрашып аралашыу бәхете тейҙе.
Аҡһары ауылында тыуып үҫкән Роберт Тәлғәт улы, хәрби кеше булараҡ, тыуған яҡтарына әллә ни йыш ҡайта алмай, шуға күрә йәнтөйәген бик тә өҙөлөп һағына ине. Ул балалыҡ, йәшлек йылдары үткән тыуған яҡтарына ҡайтып, яҡташтары менән осрашырға тип, хыялланып, әҙерләнеп йөрөгән еренән ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы. Уға ни бары 54 йәш ине. 2018 йылдың июнендә беҙ уны Ҡазанда бөтә шартына тура килтереп ерләнек.
Роберт Иҫәнгилдин Аҡһары башланғыс мәктәбен тамамлағас, Отрада мәктәбендә белем ала. Ырымбур өлкәһендәге урта мәктәпте тамамлағас, мотоуҡсылар ғәскәренең Пермь Юғары хәрби команда училищеһына уҡырға инә.
1996 йылда Мәскәүҙәге Фрунзе исемендәге юғары академияны тамамлай. Хабаровск, Ҡазан ҡалаларындағы ғәскәр бригадаларының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. Ватан алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл», «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы», «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар, түш билдәләре, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Роберт Иҫәнгилдиндың хәрби хеҙмәт юлы әллә ни оҙон түгел. Шул ваҡыт эсендә ул полковник дәрәжәһенә тиклем хәрби юл үтеп, Көйөргәҙеләге иң аҫыл, батыр ир-егеттәребеҙҙең береһе булып танылды, уның исеме район тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыуға лайыҡ.