Все новости
Хәтер
18 Октября 2019, 11:32

Бөгөнгөләй хәтерҙә

Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим менән бынан 40 йыл элек Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 60 йәшен байрам иткән кисәлә осрашыу бәхете тейҙе. Халыҡтың күплеге! Театр бинаһына күпме халыҡ керһә, урамда шул тиклеме ҡалды. Рәшит ҡустым “Кил, үҙем индерәм”, - тигәйне. Ике көндән шылтырата телефондан: “Билетһыҙ берәү ҙә керә алмай”, - ти. Горкомға барып Күмертауға бер билет һорарға тура килде.

Үҙем хәҙер балаларҙың исемен онотам, ә бынан 40 йыл элек булған ошо ваҡиға бөгөнгөләй хәтерҙә. СССР тарҡалмаған, халыҡ шат, берҙәм, урам тулып йөрөй. 16 республиканан, сит илдәрҙән ҡунаҡтар килде: Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Рәсүл Ғамзатов, академик Богуш – Мостай Кәримдең үпкәһендәге мина ярсығын йәш кенә көйө алырға батырсылыҡ иткән врач һәм башҡалар. Үзбәкстан шағирәһе Зөлфиә (унда исеме менән генә йөрөтәләр икән яҙыусыларҙы) алтын ялатылған кувшин алып килгән. “Кувшиндың эсе тулы үзбәк халҡының һөйөүе, сайпылдырмай ғына тапшырырға ҡуштылар,” - тине ул. Сыңғыҙ Айытматов та булды. Уны Сүриәләге кәңәшмәнән тура килгән тинеләр. Мостай Кәримдең кәләше Раузаның ҡотлауы ла иҫтә ҡалған. Ул залда ултыра ине. “Әгәр әле өйләнешкән саҡтағы һымаҡ, ун һигеҙ йәшебеҙ булһа, мин тағы ла бары тик Мостайға ғына кейәүгә сығыр инем,” – тине. Зал ҡул саба, һәр килгәне, әлбиттә, бүләк бирә. Татарстан яҙыусылары: “Күп маҡталыуҙан башың әйләнмәһен, һиңә шәшке бүрек алып килдек,”- тинеләр (ул ваҡытта обком секретарының башында ғына була ине ундай бүрек). Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Украинанан, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар, сапан, еңле, еңһеҙ, әллә ниндәй кейемдәр бүләк иттеләр. Академик Богуш Мостайға арнап шиғыр яҙҙым әле тип, дүрт юлдан торған шиғырын ҡул сапҡан арала уҡыны ла бөттө. Тағы ҡул сабалар.

М. Кәрим менән күп тапҡыр осрашырға тура килде миңә. Рәшит ҡустым Мостай Кәрим менән Назар Нәжмиҙе тыуған ауылы Таймаҫҡа саҡырыу ниәте менән йөрөй ине. Тик Мостай Кәримде генә саҡырып өлгөрҙө. Ҡала, район башлыҡтары Күмертауҙың осона сығып ҡаршы алдылар ул саҡта. Районда ла, Күмертауҙа ла осрашыу ойошторҙолар. Райондан һуң Күмертауҙа - беҙҙең интернат-мәктәптә булдылар. Бына бер ваҡыт ҡаланың рус теле уҡытыусылары “Почему вам только Мустай Карим?!” – тип килеп тулдылар. Зал лыҡа тулы, энә төртөр урын юҡ. Мостай Кәрим сәхнәлә, кисәне Рәшит ҡустым алып бара. М.Кәрим: “Трибуна артында үҙемде окоптағы кеүек тыныс тотам”, - тип көлдөрөп алды. Башҡа осрашыуҙа ниңәлер трибуна булмаған икән. Бер ваҡыт залда ултырһам, миңә: “Хәҙисә, бына әйткән һүҙемдә торҙом, 19 йыл үткәс килдем” – ти. М.Кәрим. Залдағылар бөтәһе лә миңә ҡарай, уңайһыҙланып, бер һүҙ әйтә алманым.

Осрашыу бик йөкмәткеле үтте, һорауҙар бирҙеләр. Магазиндар таҡыр саҡ, икеһенә лә ялтырап торған самауыр бүләк иттеләр. Шунан Таймаҫҡа – Рәшиттең тыуған ауылына юл тоттолар. Көҙгө бысраҡ ваҡыт, Таймаҫ мәктәбендә лә гөж киләләр, былай ҙа һәр саҡ таҙа мәктәпте йыуалар-йышалар: Мостай Кәрим килә! Күрше ауылдарҙан да халыҡ йыйыла. Мәктәптәге осрашыуҙан һуң Рәшиттең тыуған йортонда көтәләр ине. Бына М. Кәрим һәм Рәшит һалпаҡ ҡына баҫып көҙгө бысраҡта ишек алдына керәләр. 6 йәшлек Шамил, еңенән тартып: “Һин Мостай Кәримме?!” – ти ғәжәпләнеп, ғәҙәти кеше лә баһа!

Шулай итеп, Мостай Кәрим Көйөргәҙе ерендә осрашыуҙарҙа була, үҙенең бик ҡәнәғәт икәнен белдереп, Өфөгә ҡайтҡас хәбәр ебәрә.

Элек уҡыусылар йәй көнө төрлө экскурсияларға йөрөй ине. Мин халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙы, тыуған ауылдарында булыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылында булғандан һуң, Өфөлә М. Кәрим менән осрашып, Күмертауға саҡырҙыҡ, Көйөргәҙе яланынан йыйған сәскәләрҙе бүләк иттек. Ул үҙе лә китабын, фотоһын бүләк итте. Үҙебеҙҙең Келәшкә китеп барыуыбыҙҙы әйткәс, бик күңелһеҙләнде, мәктәп бик иҫке инде тип. Келәштә ауыл халҡы беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Туғандары менән осраштыҡ, тик Мостай Кәрим йәшәгән йорт ҡына ҡалмаған икән. Шағир йөрөгән юлдарҙан йөрөп, Ҡыҙҙар тауында булдыҡ. Ҡармаҡ һалып ултырған йылға буйында, һуғыш башланыуын ишетеп, ауылға йүгергән ерҙәрҙә лә булдыҡ... Ҙур тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Рәшит Мостай Кәримдең улы Илгиз менән дуҫ булды, бәлки, шуғалыр уны яҡын күрҙе. Шишмәлә Рәшит Мостай Кәрим менән осрашыу кисәһе үткәрҙе, бик һәйбәт үткән, тинеләр. Шул кисәлә минең ейәнем Самат “Не бросай огонь, Прометей” әҫәренән Гермес ролен башҡарған. Күрәһең килештереп уйнаған, Өфөгә лә М. Кәримдең кисәһенә алып барғандар. Гәзиттә һүрәте лә баҫылып сыҡты. Уның тел ярҙамын күп күрҙек. Үтә лә итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, ябай кеше.

Өйө телефонынан һөйләшәбеҙ: “Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт инде”, - тинем. “Нишләп инде ул?” - ти. Ҡаушаным да ҡалдым. Ни тип әйтергә лә белмәйем, өс тапҡыр ҡабатланы. Шунан: “Яҙыусылар менән һөйләшһәң, өтөрөнә, нөктәһенә иғтибар итергә кәрәк икән”, - тигәйнем, был ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Мин тиҙ генә пластинканың икенсе яғын әйләндерә һалдым. Һәр саҡ тыуған көнөн билдәләп барыуымды, үҙем дә Гөлбадыуан әбей булып уйнауымды һөйләнем.

Һуңғы күреүем (нисәнсе йылдыр): Башҡортостан мәғарифының 90 йыллығына Күмертауҙан мине лә саҡырҙылар. Төшкө ашты бер өҫтәл артында ултырып ейергә тура килде. Шунда элекке мәғариф министры менән М. Кәрим: “Беҙ – яңғыҙаҡтар, әҙерҙе ашайыҡ әле”, - тип көлөшөп, һөйләшеп ултырҙылар. Икеһенең дә хәләл ефеттәре был яҡты донъяла юҡ икән.

М. Кәрим бер яҙмаһында уның табуты эргәһендә булырға тейеш кешеләрҙе яҙған. Шунда Рәшитте лә индергән. Ә киреһенсә килеп сыҡты. Рәшиттең табуты эргәһендә Мостай Кәрим баҫып торҙо.

Һәр еңеү көнөнә “Великого поэта поздравляю!” – тип телеграмма ебәреп торҙом. Шуны ла яҙайым әле: М. Кәрим хәләл ефете Раузаның ҡәбере эргәһенә эскәмйә ҡуйған, шуны алып киткәндәр. Ҡайһыһының ҡулы барҙы икән?!

Мостай Кәримдең вафатын ишеткәс, фотоһына (үҙе биргәйне) ҡара таҫма ҡуйып коридорға элеп ҡуйҙым мәктәптә. Әле шағирҙың 100 йыллығына ҙур әҙерлек бара. Һәйбәт үтеренә шигем юҡ. Бөтә ижадын, тормошон сағылдырған китабын бүләк иткәйне, әлдән-әле ҡарап, уҡып алам.

Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: